Тикшеренеүҙәрҙә ҡатнашыусылар махсус солярийҙа 20 көн буйына «ҡояш ванналары» ала. Әммә уларҙың яртыһы ультрафиолет нурҙары аҫтында ҡыҙына, ә ҡалған кешеләрҙе был нурҙарҙан үҙенсәлекле быяла һаҡлай. Эксперименттың һөҙөмтәләрен тикшереп ҡарағас, шул асыҡлана: тәүге төркөмдәге кешеләрҙең ҡан тамырҙарындағы баҫма башҡаларҙыҡына ҡарағанда түбәнерәк була. Табиптар раҫлауынса, ультрафиолет нурҙары тәьҫирендә тире күҙәнәктәре азот молекуларын синтезлаусы ферменттарҙы артығыраҡ эшләп сығара икән. Был матдә ҡанда күтәрелгәс, ҡан тамырҙары киңәйә һәм ҡан баҫымы түбәнәйә. Юғары ҡан баҫымы инсульт һәм инфарктка килтереүсе төп сәбәп булыуын иҫәпкә алғанда, «ҡояш ванналары» кешенең ғүмерен оҙайта. Шуға күрә ҡояшлы көндә саф һауала йышыраҡ йөрөргә тырышығыҙ!