Ашҡаҙар
-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
22 Апрель 2020, 13:30

Бәхет гормоны бар бананда…

Карантин ваҡытында гел өйҙә ятҡас күп кешеләр депрессияға бирелә. Ә бына банандың депрессиянан ҡотолорға ярҙам итеүен күптәр белмәйҙер әле.

Бананда триптофан күп, ул иһә серотонин – бәхет гормоны эшләп сығара. Банан ашап алыу кәйеф күтәреүгә ярҙам итә. Ул организмда кальцийҙы тотҡарлап, һөйәктәрҙе нығыта. Был бигерәк тә кофе яратыусыларға ҡағыла, сөнки кофе кальцийҙы йыуа. Эсәктәрҙең микрофлораһын яҡшырта. Банан составындағы ферменттар аҙыҡтың тиҙ эшкәртелеүенә булышлыҡ итә.
Банан – хатта бәләкәй балаларҙа ла аллергия тыуҙырмай торған берҙән-бер емеш-еләк. Ул аҡыл ҡеүәһен үҫтерә, сөнки банандағы калий төрлө мәғлүмәтте тиҙ үҙләштерергә ярҙам итә, бананды имтихандар тапшырыр алдынан ашау айырыуса файҙалы.
Читайте нас