Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
22 Апрель 2020, 17:45

Лимон менән бал аша, тамағыңды тоҙ менән сайҡат!

Ғәҙәттә һалҡын тейеп ауырығанда ҡоро йүтәлдән һуң ҡаҡырыҡ барлыҡҡа килә. Ҡаҡырыҡтан арыныу өсөн бер-нисә рецепт тәҡдим итәм.

Ярты лимонды һығып ике ҡалаҡ бал менән бутайбыҙ. Шунан йылы сәйгә һалып йәки һыу менән эсәбеҙ. Көн һайын өс тапҡыр эсергә кәрәк, бер аҙнанан һуң ҡаҡырыҡтың эҙе лә ҡалмаясаҡ.
Бер стакан йылымыс һыуға бер ҡалаҡ куркума һәм бер ҡалаҡ тоҙ һалып бутайбыҙ ҙа шуның менән көнөнә өс тапҡыр тамаҡты сайҡайбыҙ. Аш тәмләткестәге куркумин – тәбиғи антисептик. Бынан тыш, ул иммунитетты нығыта.
Тамаҡты шулай уҡ тоҙло һыу менән сайҡатырға мөмкин. Бер стакан һыуға – бер ҡалаҡ тоҙ һалып шулай уҡ көнөнә өс тапҡыр сайҡатыу етә.
Шуныһын да онотмағыҙ: ҡайһы бер ингредиенттар аллергия барлыҡҡа килтереүе ихтимал.
Р.САФИНА.
Читайте нас