Ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә ҡулығыҙҙы кер һабыны менән йыуырға тырышығыҙ. Бер кемгә лә сер түгел, иң күп вирустар һәм бактериялар ҡулда була. Вирустар һәм бактериялар ишек тотҡаһына, төрлө ишек яңаҡтарына, өҫтәлгә йәбешеүсән, ә беҙ уларға ҡул менән йыш ҡағылабыҙ, шунан. үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән, йә битте, йә күҙҙе, танауҙы ышҡып алабыҙ, бына шул ваҡытта вирус организмға инеүе ихтимал.
Ҡулды нисек йыуырға?
Ҡул йыуғанда ағым һыуҙа (кран аҫтында) 15-20 секунд, ә кран булмаған ерҙә, мәҫәлән, берәй һауытта йыуғанда оҙағыраҡ - 20-30 секунд йыуырға кәрәк. бигерәк тә тырнаҡ аҫтын, бармаҡ араларын яҡшылап йыуығыҙ. Күп бактериялар һәм вирустар шунда йыйыла. Битте, танауҙы ла һабынлап йыуырға онотмағыҙ.