Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгә 440 кеше стационарҙа дауалана. Уларҙың 292-һенең хәле ҡәнәғәтләнерлек, 114 пациенттың хәле уртаса ауырлыҡта, 34-е – ауыр хәлдә. Ауыр хәлдә булғандарҙың 18-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
36 процентында (417 кешелә) сирҙең билдәләре юҡ йәки ул еңел формала үтә.
Хәбәр ителеүенсә, уҙған тәүлектә 30 кеше һауыҡҡан. Бөтәһе 289 кеше сығарылған. Үткән тәүлектә COVID-19 диагнозлы пациенттарҙың үлеме хаҡында хәбәр ителмәй.
Шулай уҡ ведомствола һуңғы тәүлектә 24 пациенттың пневмония менән дауаханаларға һалыныуы, ошондай диагноз ҡуйылған һигеҙ кешенең һауығып сығыуы тураһында белдерҙеләр.
Башҡортостанда Covid-19 менән сирлеләр һаны, 6 майға мәғлүмәттәр буйынса, 1150 кеше тәшкил итә. Стопкоронавирус.рф сайты мәғлүмәттәренә ярашлы, был уҙған тәүлеккә ҡарағанда 24 кешегә күберәк.
Дөйөм алғанда, һуңғы тәүлектә илдә 10 559 яңы коронавирус инфекцияһы осрағы раҫланған. Шуларҙың 4314 осрағында (40,9%) – бәйләнештә булған кешеләрҙә сирҙең клиник билдәләре юҡ. Бер үк ваҡытта 1462 кеше һауығып сыҡҡан.
Илдең 85 төбәгендә бөтәһе 165 929 сирле асыҡланған, ә һауыҡҡан пациенттар һаны 21 327-гә тиклем артҡан.
Шулай уҡ бер тәүлектә 86 үлем осрағы теркәлгән. Ошо осорҙа Рәсәйҙә 1537 кеше коронавирустан вафат булған.