Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
6 Май 2020, 16:00

Башҡортостанда тәүлек эсендә 24 кеше ауырыу йоҡторған

6 майҙа республикала COVID-19 диагнозы 1160 кешелә асыҡланған, йәнә 24 кеше ауырыу йоҡторған.

Был - ил буйынса алғанда иң түбән күрһәткестәрҙең береһе. Коронавирусҡа бәйле мәғлүмәт үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, был күрһәткестәр буйынса Рәсәйҙәге башҡа төбәктәр араһында Башҡортостан 54-се урында тора.
Лаборатор тестар күрһәтеүенсә, тәүлек эсендә сир йоҡтороуҙың 24 яңы осрағы асыҡланған. Бөгөн 4 кеше дауаханан һауығып сыҡҡан, әлеге көндә ауырыуҙан һауығыусылар һаны - 259.
Әлеге ваҡытта республикала 887 кеше ауырый. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда коронавирус менән ауырыусылар һаны кәмеүгә табан бара. Шулай ҙа шатланырға әле иртәрәк, Һаулыҡ һаҡлау минисирлығы май байрамдарынан һуң ауырыусыларҙың ҡапыл артыу ихтималлығын фаразлай.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас