«Донъя коронавирустан һуң: Евразия йөрәгенән ҡараш» халыҡ-ара онлайн-форумында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров ошо турала хәбәр итте.
- Беҙ Ҡытай төҙөүселәренең тәжрибәһен иҫәпкә алдыҡ, - тине ул. – Мәҫәлән, медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн дөйөм ятаҡты ни бары ике аҙна эсендә һалдыҡ. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең дауахана тиҫтәләрсә йыл дауамында хеҙмәт итергә тейеш, шуға күрә төҙөлөшкә бик яуаплы ҡараныҡ.
«Башҡортостан» гәзитенән.
Фото «Башинформ»дан алынды.