Сәләмәтлек
8 Мая 2020, 09:05

БАЛАЛАРҘЫ ХӘСТӘРЛӘП…

Ҡатмарлы эпидемиологик хәл шарттарында ауырлыҡ кисергәндәргә битараф булмаған һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша.

COVID-19 пандемияһы бер нисә ай эсендә бөтә донъяны солғап алды . Хөкүмәт кризисҡа ҡаршы саралар әҙерләгән арала бизнес та вирус менән көрәшергә тотондо , сөнки ярҙам итергә әҙер торған эшҡыуарҙарҙың һаны көндән-көн арта бара. «Урал урманы» яуаплығы сикләнелгән йәмғиәтенең Урман сәнәғәте компанияһы (башҡарыусы директоры Руслан Риза улы Хәйретдинов) Өфөнөң дежур балалар баҡсаларын һауаны таҙартыусы бактерицид рециркуляторҙары менән тәьмин итеү инициативаһын күтәреп сыҡты. Инициативаны Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт һәм энергетика министры урынбаҫары Тимур Александрович Герасимов хупланы .
- Юғары әҙерлек режимы шарттарында беҙҙең именлекте һаҡлаусы хоҡуҡ һаҡлау һәм административ органдар һымаҡ экстрен хеҙмәттәр, һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре һәр саҡ алғы һыҙыҡта, улар өҙлөкһөҙ эш урындарында. Уларҙың дежур төркөмдәргә йөрөгән балалары максималь хәүефһеҙлектә булырға тейеш, тине ул.
Ошо айҡанлы Өфөнөң 15 мәктәпкәсә учреждениеһына 7-8 майҙа рециркуляторҙар ҡуйылды.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас