Сәләмәтлек
15 Мая 2020, 08:05

Ауырыу таратыусылар язаға тарттырыла

14 майҙа яңынан инфекция индереүгә юл ҡуймау һәм уны таратмау буйынса оператив штабтың сираттағы ултырышы булды. Унда Радий Хәбиров ҡурҡыныс янаған кешеләрҙең ике категорияһы барлығы тураһында һөйләне.

- Беренселәре – ауырып өйҙә амбулатор дауаланыусылар. Уларға ғөмүмән ҡәтғи режим булырға тейеш, икенселәре – ауырыу менән туранан-тура бәйләнештә булғандарҙың периметрында булыусылар, - тине Башҡортостан Башлығы.
Республика етәксеһе шулай уҡ ауырыған хәлдә режимды боҙоусы кешеләр – ҡасып-боҫоп йөрөүселәр асыҡланыуы тураһында ла әйтте. Хәбиров ауырыуҙарҙың өйҙәренә барып өйҙәме-юҡмы икәндәрен тикшерергә, әгәр өйҙә булмаһалар – яуаплылыҡҡа тарттырырға ҡушты.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас