Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
15 Май 2020, 11:05

Урамға битлек кейеп кенә сығырға ярай

Хөрмәтле ҡала халҡы! Беҙ битлек режимын үтәү буйынса рейдтар башлайбыҙ!

Урамға фәҡәт битлек кейеп кенә сығырға ярай. Юғиһә беҙҙең республикала, башҡа илдәрҙәге кеүек, халыҡтың яртыһы ауырып, ябай пневмониянан вафат булыуға ҡарағанда байтаҡҡа күберәк кеше үлеүе ихтимал.
Беҙҙең медицина был мәлгә Covid-19 менән тамам эффектлы көрәшергә өйрәнде. Әммә беҙ битлек кейеп йөрөмәһәк, пациенттар ағымы киҫкен хәлгә етәсәк. Һәм ул саҡта һәр табип бик ҡатмарлы һайлау алдында ҡаласаҡ: кемде ҡотҡарырға, кемгә йәшәүгә өмөт бирергә... Бындай осраҡта бер генә илдә лә һәр кемде ҡотҡарырлыҡ көс тә, саралар ҙа етмәйәсәк. Хатта иң бай илдәрҙә лә. Ә бер кем дә яҡындары менән ваҡытынан алда бәхилләшергә теләмәй.
Битлек кейегеҙ!

Владимир КУЛИКОВ,
Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы.
Читайте нас