Сәләмәтлек
1 Июня 2020, 13:30

Ҡан кәрәк, ашығыс!

Республика ҡан ҡойоу станцияһы Өфө халҡына ҙур үтенес менән мөрәжәғәт итә: ашығыс рәүештә дүртенсе төркөмгә ҡараған ҡан кәрәк, ҡан банкы буш тиерлек.

Был төркөмдәге ҡан бик һирәк осрай, шуға күрә уны туплау ҡыйынлыҡ тыуҙыра.
Өфө кешеләре ҡан биреп, тиҫтәләгән, хатта йөҙәрләгән кеше ғүмерҙәрен ҡотҡара аласаҡ. Әлеге ваҡытта хәл үтә ҡырҡыу, ти табиптар. Икенсе ҡан төркөмө менән дә хәл киҫкен тора, запас етерлек кимәлдә түгел.
“Бөгөндән, 1 июндән беҙ һеҙҙе көтәбеҙ, донорҙар!”, - ти белгестәр.
Ҡан биреүҙең кеше организмына зыяны юҡ. Ауырыуға йәшәүгә өмөт уятыуҙан да, ғүмер бүләк итеүҙән дә сауаплыраҡ ниндәй ғәмәл булыуы мөмкин?
Читайте нас