Сәләмәтлек
3 Июня 2020, 08:25

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин йоғошло ауырыуҙар госпиталендә булды

Медицина персоналы учреждениела йәшәй, уларға уңайлы эш һәм йәшәү шарттары булдырылған. Максим Забелин шулай уҡ зарарлы зонала булды һәм ауыр хәлдәге ике пациенттың яҙмышын консилиумда тикшерҙе.

Икешәр аҙна вахтала. Медицина хеҙмәткәрҙәре бындай режимда эшләүгә күнекмәгән. Әммә коронавирус менән көрәш яңы шарттар ҡуя. Аҡ халатлылар ике ай дауамында госпиталдә бикле эшләй. Ятаҡхана икенсе этажда. Ошонда йәшәргә тура килә. Сменанан һуң арыған килеш телевизор ҡарап ултырырға ла ваҡыттары ҡалмай, яҡындары, туғандары менән телефон аша ғына аралашыу мөмкинлеге бар.
Төрлө дауаханаларҙа эшләгән табиптарға ваҡытлыса бергә булырға тура килә. Тәүәҙә уларға инструктаж үткәрелә. Бер ҡат өҫтә ябай эш зонаһы, коридорҙағы шлюз аша коронавирус сирле пациенттар бүлеге. Этаждар араһында артыҡ хәрәкәтләнмәү өсөн рация аша бәйләнеш булдырылған.
Медицина персоналынан башҡаларға ла юғары әҙерлек режимында булырға кәрәк. Слесарь николай Гиблов кислородлы баллондарҙың техник торошон контролдә тота.
Баллондарҙағы кислород ауыр хәлдәге пациенттарғ аярҙам. Үпкәне яһалма елләтеү аппараты өсөн уларҙан кислород алына. Ике ай эсендә 700 ҙән ашыу баллон ҡулланылған.
Госпиталдә дауаланған ауыр хәлдәге пациенттарҙың хәлен белергә Максим Забелин килде.
Был пациенттарҙың үпкәләре ныҡ зарарланған. Тап шуға ла беҙ уларҙың сәләмәтлек торошон контролдә тотабыҙ. Федераль үҙәк менән телемедицина ярҙамында өҫтәмә консультациялар үткәрәсәкбеҙ.
Максим Забелин, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры
Госпиталь ойошторолғандан алып ике йөҙҙән ашыу кеше дауаланған. Әле палаталарҙа йөҙгә яҡын пациент иҫәпләнә.
Читайте нас