Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
4 Июнь 2020, 16:00

Башҡортостанда өлкән йәштәгеләрҙең ғаиләлә COVID-19 йоҡтороу осраҡтары йышайҙы

4 июнгә мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 3608 коронавирус инфекциялы сирле иҫәпләнә. Тәүлек эсендә улар 107-гә артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф порталында.

Уҙған тәүлектә республикала коронавирустан вафат булғандар һаны үҙгәрмәгән, улар – 18 кеше.
Рәсәй төбәктәрендә һуңғы тәүлектә коронавирус йоҡтороуҙың 8 831 осрағы раҫланған, 169 кеше вафат булған. Бер тәүлектә илдә 8 666 кеше һауыҡҡан.
Дөйөм алғанда, хәҙер Рәсәйҙә 441 108 сирле иҫәпләнә, уларҙың 204 623-ө һауыҡҡан, 5 384 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан.
Бөгөнгә илдә коронавирусҡа 11,7 миллиондан ашыу тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә генә төбәктәрҙә 307 мең тест эшләнгән.
Рәсәйҙә коронавирусҡа шик булған 314 мең самаһы кеше медицина күҙәтеүенә алынған.
Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһының таралыу формаһы үҙгәрҙе. Быға тиклем кешеләр сирҙе башлыса йәмәғәт урындарында һәм медицина учреждениеларында йоҡторһа, хәҙер ғаиләлә йоҡтороу осраҡтары теркәлә. Был хаҡта «Башинформ»ға республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.
«Инфекция ҡарттарҙы аяҡтан йыға. Беҙ Дағстандағы кеүек ауырыуҙы ғаиләлә йоҡтороу осраҡтарын теркәйбеҙ. Ғаиләлә яңы сығанаҡтарҙың вахтасыларҙың күпләп ҡайтыуы менән бәйле булыуы ихтимал. Улар коронавирусты сирҙең билдәләрһеҙ формалары рәүешендә алып ҡайтыуы мөмкин», — тине Забелин.
Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, өлкән йәштәгеләр коронавирус инфекцияһын ауыр формала үткәрә, ҡайһы берҙә үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырыу, реанимация саралары талап ителә. Өлкәндәр сирҙе башлыса туғандары – инфекция йөрөтөүселәр менән бәйләнешкә ингәндән һуң йоҡтора.
Башинформ.
Читайте нас