Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
8 Июнь 2020, 14:30

Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар 4 меңдән артҡан

8 июнгә мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 4017 коронавирус инфекциялы иҫәпләнә.

Тәүлек эсендә улар 89-ға артҡан, тип хәбәр итте республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.
Уҙған тәүлектә республикала коронавирустан вафат булғандар һаны статистикаға ярашлы үҙгәрешһеҙ ҡалған һәм 18 кеше тәшкил итә.
Хәҙер Башҡортостан стационарҙарында 1086 сирле ята, уларҙың 41-е – ауыр хәлдә.
1460 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.
Ошо осорҙа 1453 кеше һауыҡҡан, уларҙың 16-һы – уҙған тәүлектә.
Башҡортостанда бөгөн 100 мең халыҡҡа 92 коронавирус инфекциялы тура килә. Республикала ауырыуҙарҙың һан яғынан артыу темпы 2,2 процент тәшкил итә, тине Забелин.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, был аҙнала коронавирус буйынса юғары әҙерлек режимын йомшартыу һәм иҡтисадтың башҡа өлкәләрен (4-5 сегмент) асыу көтөлмәй.
«Беҙ вахтасыларҙың иркен йөрөүе сәбәпле 65 йәштән өлкәндәр араһында сирлеләрҙең артыуын теркәй башланыҡ», — тине республика етәксеһе хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Башҡортостанда йәшәүселәр «үҙ һаулығына вайымһыҙ ҡарай», сөнки, уның күҙәтеүҙәре буйынса, Өфө парктарында һәм скверҙарында ҡала халҡының 10% ғына битлек кейә. Республика башлығы муниципалитет етәкселәренән ошо йүнәлештә эште көсәйтеүҙәрен һораны.
Башинформ.
Читайте нас