Ашҡаҙар
-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
9 Июнь 2020, 15:35
Республикала 700-ҙән ашыу табип коронавирус йоҡторған
Башҡортостанда COVID-19 йоҡторған медицина хеҙмәткәрҙәре һаны 716 -ға еткән, тип хәбәр итте «Коммерсант-Өфө» Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығына һылтанма менән.
Уларҙың 194-е — Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы, 55-е — Бәләбәй үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәре. 23 табип — Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһынан, 18-е — Республика онкология диспансерынан, 17-һе — 13-сө ҡала клиник дауаханаһынан, 9 хеҙмәткәр — Бишбүләк район дауаханаһынан.
26 майҙа республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы инфекция йоҡторған 300 медицина хеҙмәткәре тураһында
хәбәр иткәйне
.
Бөгөнгә Башҡортостанда сир йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 4 меңдән ашыу. Шулай итеп, улар араһында медицина хеҙмәткәрҙәре 17% яҡын.
Башинформ.
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"