Сәләмәтлек
15 Июнь 2020, 09:00

Өфө табиптары covid-сирлеләрҙе дауалау өсөн Ҡарасәй-Черкес Республикаһына юлланды

Өфөнән 17 табиптан торған бригада медиктарға коронавирус инфекциялы пациенттарҙы дауалауҙа ярҙам күрһәтеү өсөн Ҡарасәй-Черкес Республикаһына юлланды.

«Ҡарасәй-Черкес Республикаһы башлығы Рәшит Темрезовтың Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашкоға мөрәжәғәте буйынса Башҡорт дәүләт медицина университетынан 17 юғары профессиональ табип Ҡарасәй-Черкес Республикаһына ебәрелде.
Өфө табиптары республика госпиталдәрендә дүшәмбе, 15 июндән, эш башлай.
Шулай уҡ Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың республикаға медиктар өсөн ҙур партия шәхси һаҡланыу саралары һәм дезинфекция препараттары оҙатыуы тураһында хәбәр ителә.
Ҡарасәй-Черкес Республикаһында изоляция режимы 15 июнгә тиклем оҙайтылды. Битлек режимын үтәү һәм социаль дистанция һаҡлау мотлаҡ.
Республикала ауырыу йоҡтороуҙың 2 156 осрағы теркәлгән, 584 кеше һауыҡҡан, ун кеше вафат булған.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, республикала 4547 коронавирус инфекциялы сирле иҫәпләнә. Тәүлек эсендә улар 61-гә артҡан.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә хәбәр итеүенсә, COVID-19 менән ауырыуҙарҙың артым темпы 2,3 процент тәшкил итте. Төбәктә таралыу коэффициенты 0,8-гә тиң.
Уның һүҙҙәренсә, сирлеләрҙең күпселеге йәки 82 проценты — 26-60 йәшлектәр.
Бөгөн республикала 1030 кеше стационарҙа дауалана, уларҙың 782-һе – ҡәнәғәтләнерлек хәлдә, 207-һенең хәле — уртаса ауырлыҡта, 41-е — ауыр хәлдә.
Әле 1625 кеше өй шарттарында дауалана. 1874 кеше һауығып сыҡҡан, тип өҫтәне Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы.
Башинформ.
Читайте нас