Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
21 Июнь 2020, 10:20

Кеше ғүмере өсөн үҙегеҙҙе аямайһығыҙ!

Хөрмәтле һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандар!Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым! Был һөнәр иң мөһим ҡиммәттәрҙе – кеше һаулығын һәм ғүмерен һаҡлап ҡалыу менән бәйләнгән. Хеҙмәтегеҙ юғары яуаплылыҡ, сабырлыҡ, миһырбанлыҡ һәм мәрхәмәтлек талап итә.

Әлеге ваҡытта, коронавирус инфекцияһы таралған шарттарҙа, һеҙ алғы позицияла ҡалдығыҙ һәм үҙегеҙҙең һөнәри бурысығыҙҙы лайыҡлы үтәйһегеҙ. Һеҙгә яуаплы эш йөкмәтелгән – бик ҙур физик һәм психологик йөкләмә менән, кешелек мөмкинлектәренең сигендә, үҙегеҙҙең ғүмерегеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, башҡа кешеләрҙең ғүмерен һаҡлап алып ҡалыу.
Был еңел булмаған осорҙа кеше ғүмере өсөн үҙ-үҙҙәрен аямай хеҙмәт иткән барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә – табиптарға, шәфҡәт туташтарына, “ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәренә, санитарҙарға ҙур рәхмәт әйткем килә. Йоҡоһоҙ төндәрегеҙ һәм һаҡлап ҡалынған ғүмерҙәр өсөн, оҫта ҡулдарығыҙ һәм шәфҡәтле йөрәгегеҙ өсөн һеҙҙең алда баш эйәм!
Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, бәхеттәр, именлек һәм уңыштар теләйем!

Владимир КУЛИКОВ,

Стәрлетамаҡ ҡалаһы

ҡала округы хакимиәте башлығы.

Читайте нас