Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә хәбәр итеүенсә, COVID-19 йоҡтороу темпы 1 процент тәшкил иткән. Төбәктә таралыу коэффициенты 0,9-ға тиң.
Уның һүҙҙәренсә, ауырыуҙарҙың күпселеге – урта һәм олораҡ йәштәге кешеләр.
Республикала бөгөн 782 кеше стационарҙа дауалана, уларҙың 620-һе – ҡәнәғәтләнерлек хәлдә, 127-һенең хәле — уртаса ауырлыҡта, 35-е — ауыр хәлдә.
Яңы йоғошло сирҙәр дауаханаһында 69 пациент дауалана, 15 кеше госпиталдән сығарылған. Бөтә осорҙа 2 385 кеше һауығып сыҡҡан, тип өҫтәне Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы.
Дауахананан тыш инфекциялы пациенттарҙың күпләп сирләүе билдәләнә, тәүлегенә 68 кешегә артҡан.