Коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса штаб мәғлүмәтенә ярашлы, әлеге ваҡытта ауырыуҙарҙың дөйөм һаны 2460 кеше тәшкил итә, 2643-ө һауыҡҡан.
Коронавирустан вафат булғандар — 18. Һуңғы бер нисә аҙнала был һан үҙгәрешһеҙ ҡала.
Һуңғы тәүлектә Рәсәйҙә яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 7 113 осрағы асыҡланған. Йәмғеһе – 613 994 сирле. Рәсәйҙә бөтәһе 8 605 кеше коронавирустан вафат булған, 92-һе — һуңғы тәүлектә.
Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә 6 342 кеше дауахананан һауығып сыҡҡан. Илдә һауыҡҡан пациенттар һаны 375 164-кә еткән.
Роспотребнадзорҙың 25 июнгә мәғлүмәттәре буйынса, яңы коронавирусҡа 18,1 миллиондан ашыу тикшереү үткәрелгән.