Ашҡаҙар
+15 °С
Облачно
Сәләмәтлек
6 Июля 2020, 09:17

Башҡортостан табиптары «Ҡарасәй-Черкес Республикаһының атҡаҙанған табибы» исеменә лайыҡ булды

Руслан Ғүмәров, Салауат Өмөтбаев, Евгений Кустов, Константин Золотухин Ҡарасәй-Черкес Республикаһы башлығы Рәшит Темрезов ҡулынан юғары дәүләт наградалары алды.

Өфөнән 17 табиптан торған бригада табиптарға коронавирус инфекцияһын йоҡторған пациенттарҙы дауалауҙа ярҙам күрһәтеү өсөн Ҡарасәй-Черкес Республикаһына юлланды.
Ҡарасәй-Черкес Республикаһы башлығы Рәшит Темрезовтың Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашкоға мөрәжәғәте буйынса Башҡортостандан үҙ эшенең оҫтаһы булған 17 табип Ҡарасәй-Черкес Республикаһына ебәрелде.
Беҙҙең табиптар өс аҙна буйына коллегаларына коронавирус инфекциялы пациенттарҙы дауалауҙа ярҙам күрһәтте.
Башинформ.
Читайте нас