Ашҡаҙар
+13 °С
Облачно
Сәләмәтлек
10 Июля 2020, 07:00

Дистанцион дәрестәр, август кәңәшмәһе һәм коронавирус менән көрәш

Ошо көндәрҙә ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Михаил ГРИГОРЬЕВ менән матбуғат конференцияһы ойошторолдо. Етәксе менән балаларҙың ялы, дистанцион белем биреү һөҙөмтәләре, кадрҙар, мәктәп һәм балалар баҡсалары төҙөлөштәре һәм киләһе уҡыу йылына пландар тураһында һорауҙар буйынса әңгәмә ҡорҙоҡ. Һорау-яуаптарҙы һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ.

– Дистанцион уҡыу мәктәп өсөн көтөлмәгән заман талабы булып торҙо. Ниндәй һығымталар яһай алаһығыҙ, ыңғай һәм кире яҡтарын билдәләп үтегеҙ әле.
– Өйҙән ултырып уҡыу уҡыусылар өсөн дә, уҡытыусылар өсөн дә еңел бирелмәне, әммә был шарттарға ла яраҡлаша алдыҡ. Стәрлетамаҡта дистанцион белем биреүгә 99,7 процент уҡыусы йәлеп ителде, был ҙур күрһәткес, әммә уны тағы ла яҡшыртырға мөмкин тип уйлайым. Уҡытыусылар дистанцион дәрестәр элек тә үткәрә торған ине, әммә улар һирәк булды. Шуға ла был ысул менән тәүге тапҡыр белем биреүселәргә лә, тәжрибәлеләргә лә ауырға тура килде. Сөнки дистанцион дәрескә башҡа төрлө әҙерләнергә кәрәк, дәрес планын яңынан төҙөргә һәм мониторҙың теге яғында ултырған уҡыусыны белем алыуға йәлеп итергә. Техник яҡтан да эште көйләп алырға ваҡыт талап ителде.
Әгәр ҙә мәктәпкә йөрөгән баланы бирелгән күнегеүҙәрҙе эшләүен күреп ултырһаҡ, дистанцион шарттарҙа бер ниндәй ҙә ышаныс юҡ. Был йәһәттән барыһы ла ата-әсәнән тора. Ғөмүмән алғанда, балалар ғына түгел, ата-әсәләр ҙә традицион уҡыуҙы һағынды. Ыңғай яҡтарҙы ҡарағанда, мәктәпкә иртә менән кейенеп, күпмелер юл үтеп барырға кәрәкмәй, иртәнсәк уяндың да, компьютер артына ултырып белем ала башлайһың. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, дистанцион дәрестәр уҡыусыларға билдәле кешеләр, ил кимәлендә булған уңышлы педагогтарҙың дәрестәрендә ҡатнашырға мөмкинселек бирҙе. Артабан дистанцион дәрестәрҙе ошо йүнәлештә ҡулланасаҡбыҙ һәм алдынғы белгестәрҙең дәрестәрендә уҡыусылар белем алһа, имтихандарға, олимпиадаларға әҙерләнһә, яҡшы булыр.

– Коронавирус арҡаһында балалар баҡсаһы төҙөлөштәре туҡтатылды тип әйткәндәр ине. Һеҙҙең өлкәгә ҡағылышлы төҙөлөштәр нисек бара?
– Әлеге мәлдә ҡалала 3 балалар баҡсаһы төҙөлә, план буйынса уларҙы быйыл ҡулланыуға тапшырасаҡтар. Әйткәндәй, был баҡсалар "демография" милли проекты сиктәрендә төҙөлә. Был сабыйҙар өсөн тағы ла 440 урыны тигәнде аңлата. Төҙөлөш, ысынлап та, туҡтатылып торғайны, әммә оҙаҡҡа һуҙылманы, эште эпидемиологик талаптарға тура килтергәс, төҙөүселәр бер нисә көндән үҙ эшен дауам итте.
Әлеге мәлдә ҡалала 61 балалар баҡсаһы бар, эпидемиологик торош шарттарында уларҙың 31-е эшләй, унда 2 мең бала йөрөй.
Тағы ла өҫтәргә кәрәк: әле мәктәптәр эргәһендә спорт майҙан-сыҡтары ла төҙөлә. Быйыл Шахтауҙа заманса яңы мәктәп асыласаҡ.

– Уҡыуҙан тыш мәғариф бел-гестәре балалар ялын да ойош-тора торғайны. Быйыл мәктәп эргәһендәге лагерҙар һәм ҡала ситендәге лагерҙар ниндәй фор-матта буласаҡ?
– Быйыл ата-әсәләр күбеһенсә балаларҙың ялын үҙ ҡарамағы буйынса яйға һалып алған, шуға элекке йылдарҙағы кеүек урындарға талап күп түгел. Күптәр олатай-өләсәйҙәре менән ял итә, ата-әсәләр үҙҙәре лә отпускылар алып балалары менән бергә булыуҙы хуп күрҙе. Эпидемиологик шаттар арҡаһында балалар ялын ойоштороуға бәйле бик күп мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Сөнки бында смена башланһа, бер кемгә лә инергә лә сығырға ла ярамаясаҡ, был педагогтарға ғына түгел, ашнаҡсыларға, һаҡсыларға һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә лә ҡағыласаҡ. Был талаптар буйынса, вахта ысулы менән эшләргә әҙер булған кешене табыуы еңел түгел. Шулай уҡ, ғәҙәти булған “ата-әсәләр көнө” лә ойошторолмаясаҡ. Июлдә тәүге сменалар башланырға тейеш, әммә уларҙы күсереүҙәре лә ихтимал. Барыһы ла яҡшы булһа, “Нур”, “Йәйғор” балалар шифаханалары, мәктәп эргәһендәге лагерҙар эшләй башлаясаҡ, шулай уҡ ябыҡ режимда ҡала ситендәге лагерҙарҙа ла ял ойошторолор.
– Быйыл Белем көнөндә мәктәптә линейка буласаҡмы? Педагогтарҙың “август кәңәшмәһе” йола буйынса үтерме?
– Әлегә уҡыу йылы башына бер ниндәй ҙә фараздар биреп булмай. Әммә уҡыусыларҙың мәктәптәргә барыуына өмөт ҙур. Август кәңәшмәһе, иһә, бына нисә йылдар ҡала мәғариф форумы булараҡ үтә, быйыл ул 17-29 авгусҡа тура килә. Был бөтә сараларҙы элеккесә ойоштороу планлаштырылған.

– Йыл һайын кадрҙарға бәйле һорауҙар бирәбеҙ, быйыл уҡытыусылар етәме?
– Кадрҙар мәсьәләһе былтырғы кеүек: ҡала мәктәптәренә башланғыс класс уҡытыусылары, рус теле, инглиз теле, биология һәм география уҡытыусылары кәрәк. 23-сө полингвиналь мәктәпкә ҡытай теле уҡытыусыһы ла эҙләйбеҙ.
– Медицинаға килгәндә, коро-навирус менән көрәшкән медицина белгестәренә ҡытлыҡ юҡмы?
– Ҡалабыҙҙа 2-се ҡала дауаханаһы нигеҙендә ковидҡа ҡаршы берҙән бер хәстәхана бар, ундағы персонал тулыһынса вахта ысулы менән эшләй. Хәүеф тыуҙырған сир менән көрәшер өсөн үҙебеҙҙең генә белгестәр әҙ, шуға Өфө ҡалаһынан килеп эшләүселәр бар һәм тотош Стәрлетамаҡ медицина округына ҡараған белгестәрҙе йәлеп итәбеҙ. Шулай бергәләп, берҙәм булып был афәтте үткәреп ебәрһәк, яҡшы булыр.
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Автор фотоһы.
Читайте нас