Ашҡаҙар
+22 °С
Облачно
Сәләмәтлек
7 Августа 2020, 07:10

Башҡортостан антиковид плазмаһын әҙерләү буйынса Рәсәйҙә өсөнсө урынды биләй

Рейтинг һөҙөмтәләренә ярашлы, республиканан алда Мәскәү һәм Свердловск өлкәһе килә. Антиесемле плазмалар дарыу булараҡ файҙаланылмай, шулай ҙа коронавирус менән ауыр хәлдә ятҡан пациенттар өсөн дауа. Ул кешенең хәлен яҡшыртыуҙа булышлыҡ итә.#Коронавирус

Коронавирустың нимә икәнлеген был кешеләр яҡшы белә. Һәр ҡайһыһы КОВИД-19 сирен йоҡтороп ауырыған һәм бөгөн улар еңеп сыҡҡан иммунитетын башҡалар менән уртаҡлашырға әҙер. Антиковид плазмаһын тапшырыу өсөн медицина учреждениеһына тиҫтәләрсә кеше мөрәжәғәт итә. Кемдер коронавирус менән тотош ғаиләһе менән ауырыһа, ә икенселәре сирҙе бер ниндәй симптомһыҙ үткәргән.
Коронавирус менән сирләүсе кеше организмының ҡанында антиесемдәр барлыҡҡа килә. Әгәр уны ауыр хәлдәге пациенттарға ебәрһәң, вирустарҙы табып, юҡ итеүҙә булышлыҡ итә. 600 миллилитр күләмдә тапшырған биоматериал өсөн донорға 5 мең һум аҡса ла ҡаралған.
Пандемия осоронда ғына Республика ҡан тапшырыу станцияһында 1100-ҙән ашыу антиковид плазмаһы әҙерләнгән. Уларҙың яртыһы тиерлек пациенттарға файҙаланылған. Әйткәндәй, антиковид плазмаһын тапшырыу буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында Мәскәү һәм Сведловск өлкәһенән һуң өсөнсө урынды биләй. Ҡан тапшырырға теләүселәр араһында табиптар ҙа юҡ түгел. Артур Мусин мәҫәлән, бөгөн 105-се тапҡыр донор булараҡ ҡатнашты.
Коронавирусҡа ҡаршы вакцина уйлап табылғанға тиклем, плазма бөгөн ауыр хәлдәге пациенттарҙы дауалауҙа ҡулланылған альтернатив алым. Бер кешегә уртаса ике доза тотонола. Донор булырға теләүселәрҙе табиптар республика ҡан тапшырыу үҙәктәренә мөрәжәғәт итеүҙәрен һорай.
Читайте нас