Әлбиттә, ҡайһы берҙә ошо ҡаршылыҡты уҙа алмайынса, беҙгә тыуғанда уҡ биргән мөмкинселектәрҙе ҡулланмайынса интегеп, сирләп, ер йөҙөндә үк тамуҡ ғазаптарын күреп йәшәйбеҙ.Теге доньяларға ла шул асырғаныс хәлдә китәбеҙ. Шулай уҡ ҡурҡыныс, беҙ түҙеп тора алмаҫлыҡ микән ас тороу? Ас торғанда кешегә ҡапыл ғына үлеү, өйәнәк тотоу йәки бүтән күренештәр янаймы?
Бөтөн Ер йөҙөндәге мосолман халҡы өсөн иң изге ай тип иҫәпләнгән Рамаҙан айындағы ураҙа тотоу һәм уның файҙаһы тураһында, был айҙа ураҙаны тотҡан кешенең аңы асылып,йәне, тәне сәләмәтләнеп, күңеле таҙарынып ҡалғанлығы бик күп тапҡырҙар иҫбатланған, уның тураһында меңәрләгән китап яҙылған. Был фекерҙе ураҙа айында дөрөҫ итеп ашауҙан тыйылып торған һәр кеше дәлилләй ала.
Ас тороуҙоң төрлө ысулдары бар. Ҡоро, һыулы, ләкин ризыҡһыҙ, һуттар менән һәм башҡалар. Барыһын да дөрөҫ итеп үткәрһәң, ғәләмәт сихәт бирә торған көскә эйә ул ваҡытлыса ашамай тороу. Бары тик ашыҡ-бошоҡ, еренә еткермәйенсә үткәрергә ярамай. Был яҙмала һүҙ тәүлек буйына йә бер-нисә тәүлек ашауҙан һәм эсеүҙән тулыһынса тыйылып тороу, тәнебеҙ, йәнебеҙ сирләгән ваҡытта ас тороу юлы менән шифа алыу һәм уны нисек дөрөҫ итеп үткәреү, ниндәй яңылышлыҡтар ебәрмәү тураһында һүҙ бара. Ас тороу ниндәй сирҙәрҙе еңә ала һәм ни өсөн еңә ала тигән һорауҙарға яуап яҙғым килә. Был һорауҙарға яуапты үҙемдең нисә йылдар буйы йыйған тәжрибәмә таянып яуап бирермен. Ә уның менән уртаҡлашыу теләге тирә-яғыбыҙҙа яҡындарыбыҙҙы, туғандарыбыҙҙы ҡырыусы сирҙәрҙең күбәйеүен, һуғышта ҡырылған һымаҡ ҡырылыуҙарын күреп, шифаханаларҙа ла аҡ япмаларҙа аҡ түбәләргә ҡарап ятып сереп ятыуҙарын күреп йән тетрәнеүе арҡаһында хәл ителде. Бәлки беҙ үҙебеҙ медицина тәҡдим иткән дауалауҙар менән бергә диета тотһаҡ, халыҡ медицинаһын да ҡулланһаҡ, дауалау араһына ас тороу көндәрен дә индерһәк сәләмәтләнеү процесы тиҙерәк барыр ине, ә бөгөнгө көндә күп осраҡта табиптарҙы ғына ғәйепләп ҡалдырмаҫ инек.
Ас тороу бер ҡыйынлығы, бер ниндәй ауырлығы булмаған, беҙҙең һәр беребеҙ үтәй алырлыҡ халәт ул. Бары Аллаһы Тәғәлә беҙгә биргән аң тигән иң ҙур көстө дөрөҫ йүнәлешкә бороп, уйҙы ғына үҙгәртеп ебәрһәк, икенсе төрлө уйлаһаҡ, организм шуға буйһона. Уй барыһын да эшләтә. Организм үҙе үк эсебеҙҙә беҙгә ҡурҡыныс яһаусы күренештәр булыуға сигнал бирә башлай, ас торорға ваҡыт еткәнен үҙе һиҙҙертә, талап итә башлай. Мәҫәлән, сереү процесы башланһа, эсәктәрҙә, ашҡаҙанда беҙгә кәрәкмәгән бактериялар үрсеп китһә, тәнебеҙ ҡортлай башлаһа, шештәр үҫә башлаһа, ул төрлө юлдар менән мотлаҡ сигнал бирә башлай, үҙебеҙгә иғтибар итергә талап итә. Йә тирегә төрлө һөйәлдәр, миңдәр һ.б. сыға йә ҡапыл эс китә, ҡата, баш әйләнә,ҡан баҫымы һикерә, хәл бөтә, кикертә, ҡоҫтора, температура күтәрелә, аппетит (!!!) юғала, һ.б. Организм - бик аҡыллы ағза.Ул шул хәтлем идеаль яһалған. Уны аңлаһаң, дөрөҫ итеп етәкселек итһәң, эшләй ҙә эшләй. Әгәр ҙә беҙ ауырый башлаһаҡ, уның яҡынса бына ошолай өнһөҙ тауышы яңғырай: “Туҡта инде бирән, ашап үләһең бит, минең үҙемде дауаларға ваҡытым юҡ, көнө-төнө һин ауырыу тәнеңә ырғытҡан ризыҡты эшкәртәм, ҡайнатам. Хәлем, ваҡытым шуға китә”. Ә беҙ уны ишетмәйбеҙ. Был тауышты ишетергә тейеш аң төрлө алдауыстар менән арбалған шул. Донья ҡыуыу, мин-минлек, ваҡыт юҡҡа һылтаныу. Ә шул ваҡытта сәғәттәр буйына диванда ятып шоуҙар ҡарау, сериалдар менән мауығыу һәм башҡалар - меңләгән буш сәбәптәргә ваҡыт артығы менән етә. Хәҙер бигерәк тә телефон, интернет ҡолона әйләнгән заманда.
Бына ошо ерҙә ас тороу ҡасан зарур, нимәһе менән файҙалы, ҡайһы осраҡта ас торорға кәрәк, хатта мөһим икәне тураһында һөйләшеп китәйек әле. Ас тороу “не от балды” кәрәк тип әйтер инем мин.
Ас тороу өсөн ҡайһы берҙә организмда әллә ниндәй етди сәбәптәр булмаһа ла ярай.Организмды сәләмәт тотоу һәм алдан уҡ профилактика өсөн ас тороп организмды көсәйтеп, беҙҙең тәнгә хас булмаған һәм кәрәкмәгән бактерияларҙан, паразиттарҙан, вирустарҙан, бәҫәреүҙән ҡотолоп торорға мөмкин. Ә ҡайһы бер ҙә ғүмереңде өҙөрлек ҡурҡыныс сир килгәндә унан да һөҙөмтәлерәк дауа булмаҫҡа ла мөмкин.
Миңә төрлө дауалар алып ҡарап, аптырап, алйып килгән кешеләр күп. Уларҙың күбеһенең ғүмер сәғәттәре һуңғы айҙарын һуға... Ҡайһы саҡта ошондай ҡыҫыңҡы ваҡытта ҡоро ас тороуҙан башҡа эффектлыраҡ дауа булмай. Сөнки организмды яулап алған, уны һәр яҡлап емереүсе сирҙәрҙән туҡтар өсөн ашауҙан тиҙерәк туҡтарға, организмға үҙен ремонтларға, бөтөн булған потенциалын йыйып, зарарланған, сирләгән ағзаларҙы дауалауға йүнәлтергә бирергә кәрәк. Ул шулай була ла. Ярты көн ашамайынса торһаҡ та, мотлаҡ сир булған тән өлөшө яна, һыҙлана, көйһөҙләнә башлай.Ҡайһы берҙә тәндең ул өлөшөндә температура күпкә юғарыраҡ, эҫерәк була. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки ошо ашамай торған ярты көнлөк тәнәфестән организмдың тиҙерәк файҙаланғыһы килә, ул үҙенең эсендәге йыйылған торғонлоҡтарҙан, төрлө кире сәбәптәрҙән ҡотолоу өсөн барыһын да этә башлай. Хатта температура күтәрелеү ул сирҙе яндырыу өсөн күтәрелә.
Минең үҙем өсөн ас тороу - бер ҡыйынлығы булмаған күренеш. Минең күҙәтеү аҫтында тиҫтәләгән кешеләр ас тороп ниндәй ҡурҡыныс ауырыуҙарҙы еңеп сыға алғандарын, уларҙың уйҙарының икенсе төрлө йүнәлеш алып, тормошта ҡамасаулап торған тиҫкәре яҡтарын еңеп, йәшәп ятҡандар тураһында ла яҙып китермен.
Мин миҫалдар ғына яҙып китәм. Бәлки был миҫалдар ҡайһы берәүҙәрҙә йәшәүгә өмөт уятыр. Бәлки: “Их, дөрөҫ юлын белһәм, ас тороп дауаланыр инем,-“ тигән уйҙа йөрөгәндәргә ярҙам булыр. Ә бәлки, ҡайҙа барып,ҡайҙан дауа табайым тип өҙгәләнгән кешеләргә мөмкинселек булыр. Инде эсмәгән дарыуым, алмаған уколым ҡалманы, һөртмәгән мазь ҡалманы тип, ғәйрәте сиккәндәргә һуңғы ышаныслы дауаланыу ысулы булыр.
Бөйөк табип Әбуғалисина (Авиценна) былай тигән: “Йәнең, тәнең сирле булһа – ашама.”
Ашауҙан туҡта ла, үлгәнсе ашама тигән һүҙ түгел ул. Ашамайынса, ас тороп башта сәләмәтлән, эске ағзаларыңды ашағаныңды эшкәртерлек итеп йүнәт тип әйтергә теләгән ул беҙгә. Машина ватылһа бер ҙә ремонтламайынса ултырмайбыҙ.Йөрөй ҙә алмайбыҙ. Сәбәбен табып, төҙәтеп, етешһеҙлектәрен бөтөрөп кенә йөрөп китә алабыҙ. Организм да шуны талап итә.
Әйҙәгеҙ ,ас тороу юлы менән йәнен, тәнен сәләмәтләндергән, бөгөнгө көндә иҫән-һау йәшәп, донья көтөп, эшләп йөрөүсе кешеләрҙең яҙмыш тарихына күҙ һалайыҡ.
Айҙар. Аяғының бер бармағы ҡырҡылған. Икенсеһе серей башлаған.Уңалмай торған яра.Ҡазан,Мәскәү,Ҡытай. Алтай... Дауалауҙар бик файҙа бирмәгән. Шәкәр ауырыуы.Инсулинда. Артабан да хәлдәр былай барһа, аяғы тулыһынса киҫеләсәк. Бауыры насар хәлдә. Уның менән һөйләшеүҙе диалог формаһында яҙып китәм.
- Зәүхиә апай, берәй нисек туҡтатып булырмы был сереүҙе, етмәһә, яра ябылмай. Малай Израилгә барып ҡарайыҡ, ти. Балалар әле башлы-күҙле түгел. Мине, әле олатай булғым килә,- ти. (Был изге маҡсат.Аллаһы Тәғәлә ярҙам итер тип уйланым. Ғөмүмән, минең янға килгән кешенең ниндәй маҡсат менән терелергә теләүе минең өсөн бик мөһим.)
- Был хәлдә бары тик ас тороу еңә ала, ҡалған ысулдар менән бик оҙаҡҡа китәсәк, хатта эффект ваҡытлыса булырға мөмкин.
- Мин бит ас тора алмайым, ярамай, мин бит - инсулинда.
- Кем әйтте ярамай тип?
- Врач.
- Һинең организмға һин генә бойороҡ бирә алаһың. Мин ас торам, һин миңә мөмкинселек бир, тиһәң -бирә. Бер юлы шәкәр сиренән дә ҡотолорһоң, аяғыңдың сереүе лә туҡтар. Бауырың да әйбәтләнер.
- Килеп сығыр микән?
- Үҙең үҙеңә гарантия бирһәң, килеп сығыр. Иң беренсе Аллаһы Тәғәләнән ғүмер юлын оҙайтыуҙы һорайһың, уны нисек итеп йәшәргә йыйынаһың, пландарыңды һөйләйһең. Был хәлгә ни өсөн килеп еттең, шуларҙы уйлайбыҙ.Тапҡан аҡсаңды ни өсөн сир йыйыуға йүнәлттең? Рәнйеткән кешеләрең булһа, ғәфү үтенәбеҙ, үҙеңде рәнйеткәндәрҙе кисерәбеҙ.Ошо йәшкә етеп ни өсөн үҙеңдең тәнеңде аңларлыҡ белем йыйманың? “Если человек к 40 годам не стал врачом для себя, о он зря прожил”. Был һүҙҙәрҙе беҙгә бөйөк медицина аҡһаҡалы Гиппократ яҙып ҡалдырған. Ә күренекле Америка табибы, натуропат, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаусы Пол Брегг былай тип яҙған: “Кеше 40 йәштә - үҙенә-үҙе доктор йә дурак.”
- Аңлашылды.
Әлбиттә, минең әйткән һүҙҙәр уға ниндәйҙер әкиәттән өҙөк һөйләүгә, хатта уйҙырма һымаҡ та яңғырағандыр. Әле ас тороуҙоң официаль медицина күҙлегенән сығып, хатта шәкәр сире менән ауырыған кешегә бармай торған вариант тәҡдим ителә. Көнө буйы көйләнгән бер тәртиптә укол ҡаҙап ҡына йәшәп ятҡан кешегә бөтөнләй ас тороу тәҡдим ителә. Йәғни, ашамау, эсмәү. Ләкин кәмәң ҡомға терәлһә, баш та эшләй башлай, кәүҙә лә шуға буйһона. Инде барып дауа таба торған бүтән ер ҙә ҡалмаған. Булһа, аҡсаһыҙ кеше түгел,т үләп табыр ине. Ниндәйҙер халыҡ медицинаһы менән дауалаусы янына килеп ултырмаҫ ине.
Уның осрағында бүтән ысулдар һәләкәттән ҡотҡарып та алып ҡала алмаҫҡа мөмкин. Ваҡыт тигән нәмә бик ҡыҫылған. Ғүмере ана өҙөләм, бына өҙөләм тип тора. Айҙар иҫ киткес эшсән,тәүәккәл,ныҡыш, белем йыйырға яратыусы кеше булып сыҡты. Нимәләр эшләнек һуң?
1) Эште иң беренсе доғалар уҡыуҙан башланыҡ.
2) Әйбәт итеп клизма яһарға.
3) Ҡапыл ғына ас тора башламаҫҡа. Организмды күнектерәбеҙ. Ас тора башлағанға тиклем ике аҙна диетаға ултырҙыҡ. Ҡамыр ағыҡтарын,ит, колбаса,тәмле ризыҡтар, майлы ризыҡтар, макарондар, бәлештәр,ҡоймаҡтарҙы оноттоҡ.Үлән сәйҙәре, әрем, меңьяпраҡ төнәтмәләре, салаттар, йәшелсә аштары, кишер, сөгөлдөр,ҡабак һуттары, үлән майҙары көнөнә ике-өс ҡалаҡ эсергә, әҙләп кипкән емештәр,самалап бал, (ҡорт продукцияһын аҙ-аҙлап бөтөнөһөн дә индерҙек. Бал, һитә, прополис, инә ҡорт һөтө, ҡорт ағыуы һ.б.),сәтләүектәр.Ҡатыҡ, кефир.Ҡарабойҙай, чечевица. Ит ашағыһы килһә, йылҡы итенән котлеттар. Йылҡы ите дауалай.
4) Китаптар уҡырға. Сөнки ас тороу ысулы менән һауығыу нисәмә мең йылдар элек үк ҡулланылған. Ҡоро ас тороу. (Сухое голодание. Вход и выход.Правильное питание. Излечение от всех болезней голоданием) Уҡыған меңде,уҡымаған берҙе йығыр.
5)Физзарядка яһау. Йәйәү йөрөү. Гел яҡшы нәмәләр тураһында уйлау, киләсәккә план ҡороу. Кәрәкмәгән һүҙҙәрҙән тыйылыу.
Шулай итеп, бер аҙнанан ул бер тәүлеккә ас тороуға инде. Был ваҡытҡа хатта уның шәкәре лә нормалләшеп китте.Ни өсөн тигәндә, ул бит үҙе организм менән эшләй башланы, уға бойороҡ бирҙе,программа төҙөнө. Баш тигән штабта стратегия ла,тактика ла ҡоролдо.Ә тән уға буйһондо. УЙ ҮЛТЕРӘ, УЙ ЙӘШӘТӘ. Әлбиттә, уның шәкәр ауырыуы барлығын онотманыҡ. Көн үҙәгендә шәкәре үлсәнеп торолдо. Әгәр ҙә аҙ ғына киҫкен нөктәгә менһә йә төшһә, сараһын күрәбеҙ.Сәй эсәбеҙ, күтәрәбеҙ йә төшөрәбеҙ. Ләкин шәкәр сире ул көндәрҙә борсоманы. Диета ла ярҙам иткәндер. Рөстәм беренсе бер тәүлекте әйбәт тотто. 24 сәғәт ас торҙо. Беренсе тапҡыр оҙаҡ тормайбыҙ. Фанатизм кәрәк түгел. Иң мөһиме, дөрөҫ тотоу. Ашаманы,эсмәне.Тик көн үҙәгендә телде таҙартып торорға кәрәк.Сөнки ҡандағы беҙ йыйған бысраҡтар бик ныҡ телгә сыға.Тел ағарған һайын таҙартырға.Юғиһә, үҙеңдең ағыуыңды үҙең кире йотаһың, ә ул ныҡ ҡына хәлде бөтөрә. Тамаҡ төбөнә йыйылған ҡаҡырыҡты ла йотмайбыҙ, ауыҙ аша ла организм таҙарына башлай.Эстәге шлактар тышҡа сыға башлай. Улар бит һабын күбеге түгел, ҡайҙа китһендәр. Өйҙө лә генераль йыйштырыу яһай башлағас, кәрәкмәгән иҫке-моҫҡо, алам-һалам, сүп-сар, туҙған әйберҙәр тышҡа сығарыла, ырғытыла.
Ас тороуҙан сыҡҡанда иң беренсе туйғансы таҙа йылы һыу эсәһең. Шунан һуң эсә алған хәтлем бик әсе булмаған йылы кефир,ҡатыҡ эсәбеҙ. Бер аҙҙан үҙегеҙ теләгән, үлән сәйен. Шунан салаттар, йомшак ҡына итеп бешкән ҡарабойҙай бутҡаһы, СӨГӨЛДӨР, КӘБЕҪТӘ АШТАРЫ. Лимон сәйе.. НИСӘ КӨН АС ТОРҺАҠ, ШУЛ КӨН ХӘТЛЕМ ошондай диетала торабыҙ. Шул ваҡытта бер ниндәй ҙә ауырлыҡ кисермәйбеҙ, организм әкрен генә үҙ халәтенә төшөп, бөтөн тәндә дөрөҫ функция башлана.Ҡоро, ҡаты ризыҡтар ашамайбыҙ. Көн үҙәгендә сөгөлдөр, кишер һуты эсеү органдарға бик ныҡ ҙур файҙа һәм көс бирә. Сөгөлдөр һутына яртыға-ярты һыу ҡушырға кәрәк. Ә бына ниндәй йәшелсә йәки емеш ашауҙы организм үҙе һиҙҙерә - шуны ашайбыҙ. Артабан да шул уҡ башлаған диета тотола. Күберәк сөгөлдөр ашына,кишер һәм сөгөлдөр салаттарына,һуттарына өҫтөнлөк бирелә. Сөнки улар клетчаткаға һәм организмға кәрәкле витаминдарға бай. Ат хаҡы тормай. Иң мөһиме, сөгөлдөр бауыр, үт ҡыуығы, ашҡаҙан аҫты биҙе юлдарын таҙарта, аса, һығылмалы итә, киңәйтә. Кефир,ҡатыҡ ризыҡтары ла эселә. Айҙар бер тәүлек ас тороп та инсулин ҡаҙаманы, шәкәр, киреһенсә, күтәрелмәне, борсоманы.Сөнки организм ас торғанда бөтөн ағзаларҙы дауалай башлай, бөтөн сирҙәрҙе йолҡҡолай,тәндән тышҡа этеп сығарырға тырыша.Тәндә, йәндә ниндәй сир булһа, шул сирҙәр ҡуҙғала һәм дауалана башлай. Ни өсөн? Сөнки организм баштан уҡ үҙен-үҙе дауалауға ҡоролған. Мөмкинселек кенә бир. Ял иттер. Эскә йыйылған бысраҡты сығарырға, күҙәнәктәрҙе көсәйтергә, уларға көс бирергә мөмкинселек бир.Күңелеңә йыйылған ауырлыҡтарҙан ҡотол. Аллаһы Тәғәлә менән һөйләшеп ал.Етешһеҙлектәреңдән арын.
Бер аҙнанан Айҙар ике көнгә ас тороуға инде, тағы бер аҙнанан - өс көнгә. Шунан һуң ике аҙнанан - дүрт, тағы ике аҙнанан - биш көнгә. Дүрт һәм биш көн ас тороуға ул ышаныслы инде, сөнки шәкәр күтәрелмәй,тотороҡло нормала ине. Дүрт һәм биш көн торғанда душ аҫтына инеп сайҡанып сығырға ярай,урманға сығып,еүеш һауа менән тын алырға, һыу буйҙарында йөрөп килергә була.Бик ныҡ һыуһағанда ауыҙҙы сайҡарға мөмкин. Кемдең улай ҙур сроктарға ас торорға мөмкинселеге юҡ, ул ваҡытта бер-ике тәүлек тә бик яҡшы ярҙам итә.Эшкә йөрөргә кәрәк булһа, ял көндәре бик ҡулай. Ас торғандан һуң тулыһынса хәл йыябыҙ, ашауҙы яйға һалабыҙ.Барлыҡ органдарҙың функцияларын нормалләштерәбеҙ.
Айҙарҙың хәлеяҡшырғандан яҡшыра барҙы, шәкәр сире юҡҡа сыҡты. Анализдар ашҡаҙан аҫты биҙе эшләүен күрһәтте.(Врач ышанмайынса ике тапҡыр анализ бирҙертте.) Бармағы сереүҙән туҡтаны, яраһы ябылды. Беҙҙең танышҡанға өс йылдан артыҡ ваҡыт үтте. Айҙар эшкә сыҡты, иҫән-һау эшләп йөрөй. Шунан бирле инсулин ҡаҙамай, сөнки шәкәре күтәрелмәй. Был сирҙән дә ҡотолдо.Миллиондар түләп сит илгә барырға тура килмәне. Бары тик бирән ҡорһаҡты еңеү башты эшләтеп, яңы фекер генә индерҙе.Үҙ тәнен үҙ уйына буйһондорҙо. Ашҡаҙанына серетә торған ризыҡты ырғытмай башланы.Үҙ еребеҙҙең иҫ киткес файҙалы ябай ғына үләндәре, үҫемлектәре менән шулай үлеп барған тәненә йән өрҙә.Бөгөнгө көндә намаҙ уҡып, хатта аят аштары үткәрерлек дәрәжәлә мәсеткә йөрөп, уҡып белем алып йәшәп ята. «Эй,Зәүхиә апай, үҙемде-үҙем ошондай хәлгә алып барып еткергәнемә һаман да аптырап йәшәйем. Бигерәк аңғыра булғанмын икән, - ти көлөп. Ул хәҙер йәй көнө үлән йыя, киптерә. Баҡса тултырып ҡабаҡ, түтәл-түтәл кишер,сөгөлдөр үҫтерә. Үҫтереп кенә ҡалмай, бик әүҙем ҡуллана. Көн һайын “батша салаты” ашарға кәрәк икәнен бер көн дә онотмай.(Иҫкә төшөрөп китәм. Көн дә иртәнсәк ваҡ ҡырғыс аша ҡырып бешмәгән кишер һәм сөгөлдәр салатына йәзәйтүн майы, йә таҙартылмаған көнбағыш, етен, кунжут, киндер, һ.б. үҫемлек майы һалып ашайһың. Был салатҡа батшалар салаты тигән исемде юҡҡа ғына бирмәгәндәр. Уны ашап торған кешенең эске органдарында бер ваҡытта ла шеш үҫмәүен, сереү процесы булмауын фән иҫбатлаған.Бына ниндәй витаминға бай йәшелсә генә түгел, ә иҫ киткес көслө антисептик та икән кишер һәм сөгөлдөр.) Ә уға тиклем, ярты лимон һуты йәки өстән бер өлөш сәй ҡалағы онталған ҡәнәфер, куркума йә корица ҡушып, көн дә иртәнсәк ике стакан йылы һыу эсәһең. Салат ашар алдынан кипкән емештәр менән үлән сәйе.