Хирургтар араһында тәжрибә уртаҡлашыу һәм медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын камиллаштырыу маҡсатында операцияны онлайн күҙәтеү мөмкинлеге булдырыла. Әйткәндәй, был рәүешле оҫталыҡ дәресе Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында икенсе тапҡыр ойошторола. Уның видеотрансляцияһын республика һәм күрше төбәк табиптары ғына түгел, хатта сит ил хирургтары лә күҙәтте. Модератор булараҡ Германия һәм Ҡытай белгестәре сығыш яһаны.