Ашҡаҙар
+7 °С
Ясно
Сәләмәтлек
22 Декабря 2020, 15:20

Башҡортостанда бер аҙнала 18 кеше коронавирустан вафат булған

Башҡортостанда 16 декабрҙән 22-нә тиклем 18 кеше коронавирустан үлгән, тип хәбәр итте брифингта республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова.

Добавить в предпочтительные источники Google
Уҙған тәүлектә бер үлем осрағы теркәлгән. Шулай итеп, пандемия башланғандан алып республикала бөтәһе 126 кеше COVID-19 ҡорбаны булған.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 22 декабргә мәғлүмәттәре буйынса, тәүлек эсендә 162 кеше яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторған. Республикала ауырыуҙарҙың дөйөм һаны — 17 581. Әлеге ваҡытта 852 пациент стационарҙа ята, уларҙың 55-е – ауыр хәлдә, 13-ө – үпкәне яһалма елләтеү аппаратында. Ә 2 757 сирле өй шарттарында дауалана.
Башинформ.
Читайте нас