Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Сәләмәтлек
25 Декабрь 2020, 10:00
Башҡортостанда табиптарға COVID-19 шарттарында эшләгән өсөн аҡсалата түләү күләме икеләтә арттырылды
Республикала яңы коронавирус инфекцияһы шарттарында эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәренә аҡсалата түләү күләме икеләтә арттырылды. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған тейешле ҡарар хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Әйтәйек, табиптарға смена өсөн 700 һум урынына – 1 400, урта медицина персоналына 350 урынына – 700, кесе медицина персоналына 150 урынына 350 һум түләнә, тиелә документта.
Үҙенсәлекле климатлы урындарҙа түләүҙәр өсөн район коэффициенты иҫәпләнә. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ошо маҡсатҡа субсидия бүлә.
«Башинформ»
хәбәр иткәнсә
, Рәсәй президенты яңы йыл байрамдарында коронавируслы пациенттар менән эшләгән табиптарға түләүҙе икеләтә арттырырға ҡушты.
Башинформ.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"