Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Сәләмәтлек
26 Декабрь 2020, 12:05

Республикала тәүлек эсендә COVID-19 йоҡтороуҙың 165 осрағы асыҡланған

Бер тәүлектә республикала яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 165 осрағы теркәлгән. Сирлеләрҙең дөйөм һаны 18 231 тәшкил иткән.#коронавирус

Башҡортостандың оперштабы мәғлүмәттәре буйынса, бер тәүлектә 269 (бөтәһе 14 431) кеше һауыҡҡан. Әле 3 668 пациент дауалана, был 25 декабргә ҡарағанда, 105-кә аҙыраҡ. Стационарҙа 897 сирле дауалана.
Коронавирустан рәсми раҫланған үлем осраҡтары һаны берәүгә артып, 132 кеше тәшкил иткән.
Башинформ.
Читайте нас