Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Сәләмәтлек
5 Ғинуар 2021, 10:01

БАШҠОРТОСТАНДА КОРОНАВИРУС МЕНӘН АУЫРЫУСЫЛАР ҺАНЫ АРТҠАН

Башҡортостанда тәүлек эсендә 168 кешелә коронавирус асыҡланған. Был турала Башҡортостан Республикаһы Башлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Бөтәһе коронавирус менән 19 мең 910 кеше ауырыған. Пандемия осоронда 15 мең 281 кеше дауаланып сыҡҡан, тәүлек эсендә 87 кеше. Әлеге мәлдә 4 мең 480 пациент дауаланыу ала, уларҙың 749 –ҙы стационарҙарҙа, 3 мең 731 кеше амбулатор дауаланыу ала. Тәүлек эсендә инфекциянан ике кеше һәләк булған, бөтәһе 149 кеше был вирус арҡаһында беҙҙең аранан китте.
Читайте нас