Коронавирустан ике үлем осрағы теркәлгән. Вафат булғандарҙың дөйөм һаны — 161.
Әлеге ваҡытта COVID-19 диагнозы раҫланған 737 пациент дауаханала ята. Уларҙың 74-е – ауыр хәлдә, 14-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Ә 4 336 сирле өй шарттарында дауалана. Бер тәүлектә – 149, бөтәһе 16 001 кеше һауыҡҡан.
Тәүлек эсендә 321 дауахананан тыш пневмония осрағы асыҡланған. Пневмониянан һауығып сыҡҡан пациенттар — 168.