Указ республика һәм Рәсәй кимәлендәге рәсми спорт ярыштарын уҙғарырға рөхсәт бирә, ләкин асыҡ һауала – тамашасыларҙың 50 проценты, ябыҡ бинала иһә 30 проценты ҡарарға мөмкин.
Бынан тыш, 18 ғинуарҙан Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары ҡарамағындағы учреждениелары ғәҙәти эш тәртибенә күсә башларға тейеш, ләкин санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәү мотлаҡ.
Дөйөм туҡланыу ойошмаларына эш режимын урындағы ваҡыт буйынса төнгө сәғәт 2-нән таңғы 6-ға тиклем сикләргә кәрәк (юл буйы сервисы объекттарынан һәм дистанцион һатыу итеүҙән тыш).