Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попова Беренсе каналдан интервьюһында ошо турала әйтте.
“Һис шикһеҙ, өмөт бар. Беренсенән, беҙ хәҙер был вирус менән нисек йәшәргә өйрәндек инде, икенсенән, беҙ прививка яһатабыҙ”, - тине Рәсәйҙең баш санитар табибы.
Уның һүҙҙәренсә, коронавирус респиратор вирустар ғаиләһенә ҡарай һәм ул миҙгелле булырға тейеш. Бөгөн был фараздар раҫлана: "коронавирус әкренләп китә".
Анна Попова шулай уҡ, коронавирусҡа антиесемдәр уртаса алғанда Рәсәй халҡының яҡынса 20-25 процентында барлыҡҡа килде. Әле кемдәр ауырып өлгөрмәгән, прививканы бөтәһенә лә яһатырға кәрәк, тип йомғаҡланы һүҙен Рәсәйҙең баш санитар табибы.