Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Сәләмәтлек
1 Февраль 2021, 11:34

ЙЫЛЫНА БЕР БУЛҺА ЛА ОНКОЛОГҠА КҮРЕНЕГЕҘ!

Иртә асыҡланған сирҙе дауалап була…Коронавируска тиклем Ер йөҙөндә иң ҡурҡыныс сир яман шеш тип билдәләнә ине. Тажлы вирус унан да ҡурҡынысыраҡ булып сыҡты, әммә ракка бәйле хәүефте лә иҫтән сығарырға ярамай. Күпме кешенең ғүмерен өҙә, аяҡтан йыға был яман сир. Әммә, шул уҡ ваҡытта табип-онкологтар үҙенең көндәлек хеҙмәте менән нисәмә кешенең ғүмерен һаҡлап ҡала. Бөтә донъя яман шешкә көрәш көнө алдынан ҡалабыҙҙың 1-се клиник дауаханаһың онкология бүлеге мөдире Әмир Рәфис улы ФӘРҒӘНОВ яман шеш сирҙәре, уларҙы дауалау хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ. Ул бүлекте 2019 йылдың аҙағынан бирле етәкләй. Һүҙгә бүлек табиптары ла ҡушылды.

– Һеҙҙең бүлектә мотлаҡ ҡалабыҙҙың пациенттары ғына дауаланамы?
– Стәрлетамаҡтан тыш яҡын-тирәләге район һәм ҡалаларҙан да киләләр. Сөнки беҙҙә яман шеште дауалау өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Өфөгә һуңғы сиктәгеләрҙе генә ебәрәбеҙ.
– Ниндәй генә алға китеш булмаһын, яман шеш сирҙәре барыбер кәмемәй. Яман шешкә килтереүсе төп сәбәптәрҙе билдәләп буламы?
– Статистика күрһәтеүенсә, ауырыуға килтереүсе төп сәбәптәр араһында иң беренсе урында дөрөҫ туҡланмау тора. Икенсе урында – тәмәке тартыу. Шулай уҡ ҡояшҡа ҡыҙыныу һәм төрлө тәмләткестәр һәм төҫ биреүсе мәтдә ҡушылған ашамлыҡтар менән дә артыҡ мауығырға ярамай. Даими рәүештә табипҡа күренеп торорға кәрәк, диспансеризация үтеүҙән баш тартмағыҙ. Илле йәштән алып һәр кем йылына бер тапҡыр онкологҡа күренергә тейеш. Ҡатын-ҡыҙҙарға гинеколог, проктолог һәм маммологҡа күренергә кәңәш ителә, ә ир-егеттәр йыл һайын үпкәһенә рентген тикшереүе үтеп, ашҡаҙанын, йыуан эсәген һәм простата биҙен тикшертеп торорға тейеш. Бындай медицина тикшереүе онкология ауырыуҙарын иртәрәк асыҡлауға ярҙам итә.
  • Шулай ҙа эш операцияға ла барып етә… Һеҙ етәкләгән бүлектә операцияны йыш үткәрергә тура киләме?
  • – Бында беҙ 1-3 стадиялағы сирлеләргә, йәғни артабан йәшәргә тейешле пациенттарға иртәнән кискә тиклем өҙлөкһөҙ операция яһайбйеҙ, операциялар бушлай.
    – “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты һәм республикабыҙҙа булдырылған “онкологик сирҙәр менән көрәш” төбәк проекттарына ярашлы, Республика клиник онкология диспансеры заманса микроскоптар алды. Яңы камиллаштырылған яҡтылыҡ микроскоптары үҙҙәренең универсаллеге, етештереүсәнлеге, хәүефһеҙлеге менән айырылып тора. Ә Стәрлетамаҡтың онкология бүлегенә милли проект буйынса ниндәй ҡорамалдар алынды?
    –Үткән йылдың аҙағында милли проект буйынса ультратауыш генераторы алынды. Ул эште (оперцияны) оператив рәүештә айырыуса пациент өсөн хәүефһе ҙкимәлдә башҡарырға мөмкинлек бирә. Ҡорамалдың өҫтөнлөгө шунда: электр пациенттың тәнт уҡымалары аша үтмәй һәм ғүмер өсөн мөһим булған органдарҙың эргәһенәнгенә үтә һәм операциянан һуң ҡатмарлыҡтар барлыҡҡа килтермәй, ҡан юғалтыуҙы һәм операцияның ваҡытын кәметә. Бынан тыш яңыраҡ видеодископик комплекс алынды. Ул да пациенттарҙы дауалауҙа ҙур ярҙамсы, кешенең эстәге торошон ҡарап була.
    – Үткән йылда һеҙ республика клиник онкология диспансерының баш табибы Адель Измайлов менән ҡалабыҙ онкологтары өсөн оҫталыҡ дәресе үткәргәйнегеҙ. Бындай тәжрибә күптәргә өлгө булды.
    – Ысынлап та, лапароскопия техникаһы буйынса бөйөрҙән зарарланған яман шеште алыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙек. Был маҡсатта ҡалабыҙҙан 34, 65 һәм 85 йәшлек пациенттарға операция яһаныҡ. Бөйөрҙө алыу буйынса элек ҡулланылған классик операциялар ауыр тип һанала ине. Әлеге заманса ҡорамалды ҡулланып яһаған операциялар тәндә әллә ни эҙ ҡалдырмай, реанимацияны урап үтергә мөмкинлек бирә, пациенттың тиҙерәк аяҡҡа баҫыуына булышлыҡ итә.
    Әңгәне Римма ҒӘЛИМОВА ҡорҙо.
    Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.
    Читайте нас