Үткән йылда был клуб спорт туризмы буйынса( һыу, саңғы һәм йәйәүле туризм) барлыҡ Республика сараларында ла үҙен һынап ҡараны. Спорт туризмы буйынса Башҡортостан чемпионатында “Глобус” көмөш миҙалға лайыҡ булһа, һыу туризмы дистанцияларында клубтың спортсмендарының һәр береһе еңеүсе булды. Шулай уҡ, йәйәүле туризм буйынса икенсе, саңғы туризмында дүртенсе урынды алған. Республика буйынса үткәрелгән 6 сарала, барыһы 400-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан.
Рәсәй Чемпионатында Ю.Мудрик етәкселегендәге команда ,юғары ҡатмарлылыҡ категорияһындағы походта 7 урынға лайыҡ булған.Волга буйы федераль округының чемпионатында Ю.Козлова етәкселек иткән команда шул уҡ категорияла 4 урынға сыҡҡан.Бөтә ҡатнашыусылар ҙа спорт мастерына кандидат нормативтарын үтәгән.