Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Сәләмәтлек
8 Февраль 2021, 15:10

Дауаханалар ковидҡа тиклемге эш режимына күсә

4 февралдә Радий Хәбиров уҙғарған «Сәләмәтлек сәғәте»ндә һүҙ республикала коронавирустан күпләп вакцинация яһатыу тураһында барҙы. БР Хөкүмәте матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республика алдында халыҡтың кәм тигәндә 60 процентына прививка яһатыу мәсьәләһе тора.

Республика етәксеһе вакцина яһатыу өсөн һәр кемгә юл асыҡ булыуын, бер ниндәй ҙә сират булмауын талап итте.
"Кешеләрҙең бер өлөшө ҡапма-ҡаршылыҡлы мәғлүмәттәр арҡаһында икеләнә. Беҙҙең бурыс –прививка яһатыуҙың кәрәклеген аңлатыу һәм кәм тигәндә халыҡтың 60 процентын вакцинациялау. Тик шул саҡта ғына беҙ COVID-19 менән тарихты ябасаҡбыҙ", - тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Республика хөкүмәте мәғлүмәттәре буйынса, коронавирустан вакцинация яһатыу өсөн «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша 4 меңдән ашыу кеше яҙылған да инде. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелиндың һүҙҙәренсә, Башҡортостан бөтәһе 40 меңгә яҡынвакцина дозаһы алған. Февраль аҙағына тиклем йәнә 150 мең доза килтереләсәк.
Вакцинация яһатыу өсөн өҫтөнлөклө исемлеккә медицина, белем биреү һәм социаль учреждениелар хеҙмәткәрҙәренән тыш транспорт, энергетика, хеҙмәт күрһәтеү өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, дәүләт һәм муниципаль ойошмалар хеҙмәткәрҙәре, вахта менән эшләүселәр, 60 йәште үткән өлкән йәштәге кешеләр, һәм шулай уҡ хроник сирҙәр менән яфаланыусылар инә.
Радий Хәбиров шулай уҡ, коронавирус менән ауырыусыларҙы Өфө районы һәм Стәрлетамаҡтағы инфекция үҙәктәренә ебәреп, COVID-госпиталдәргә әйләндерелгән дауаханаларҙы киренән пациенттарҙы планлы ҡабул итеү эшенә ҡайтарырға ҡушты. Максим Забелин Салауат, Ишембай һәм Стәрлетамаҡ дауаханалары ковидҡа тиклемге эш режимына күсә, тип белдерҙе. Планда – 15 февралдән һуң халыҡҡа диспансеризация уҙғарыу.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас