22 мартҡа мәғлүмәттәр буйынса, бөгөнгә мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында балалар араһында – биш, хеҙмәткәрҙәр араһында 18 сирле теркәлгән.
Ғөмүмән, дөйөм белем биреү ойошмаларында ауырыуҙар һанының ҡырҡа кәмеүе күҙәтелә.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, эпидемиологик хәлдең яҡшырыуына ҡарамаҫтан, тынысланырға ярамай. «Хәҙер сирҙең таралыуына юл ҡуймау бик мөһим», тине ул.