Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Сәләмәтлек
24 Март 2021, 13:30
Коронавирустан прививка яһатаһығыҙмы?
Башҡортостанда 120 меңдән ашыу кеше яңы коронавирус инфекцияһынан прививка яһатҡан. Гамалея исемендәге үҙәктә уйлап сығарылған «Спутник V» препаратын, тәү сиратта, табиптар, уҡытыусылар, социаль хеҙмәткәрҙәр алды. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, тиҙҙән республикаға йәнә йөҙ мең доза килтерелә.
«Спутник»тың һөҙөмтәлелеге тураһында мәғлүмәттәр «Ланцет» абруйлы фәнни медицина журналында баҫылған. Вакцина антиесемдәр барлыҡҡа килеү йәһәтенән 92% ашыу осраҡта һәйбәт һөҙөмтә күрһәтә, — тип билдәләне ведомство вәкилдәре. — Беҙҙең бөтә вакциналар ҙа («Спутник V», «ЭпиВакКорона», «КовиВак») ике этапта индерелә. Тәүҙә кеше беренсе дозаны ала. Вакцинаға ҡарап, 14 йәки 21 көндән һуң, икенсе доза бирелә. Был махсус шулай эшләнә: әгәр бер доза көсһөҙ булһа, икенсеһе иһә ышаныслы рәүештә сир йоҡтороуҙан һаҡлай. Ике этаплы иммунизация бик һөҙөмтәле тип иҫәпләнә. Вакцинала коронавирус юҡ, шуға күрә прививканан һуң COVID-19 менән ауырыу мөмкин түгел!».
Вакцинацияға нисек яҙылырға була:
—
Дәүләт хеҙмәттәре
порталы аша,
— беркетелгән урын буйынса поликлиникала ,
— Башҡортостан Республикаһының Берҙәм медицина
порталында
,
— «К-Врачу» мобиль ҡушымтаһында,
— 13-01 йәки 8-800-347-13-01 номеры буйынса Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бәйләнеш үҙәгендә. Апрелдән был номер 122-гә үҙгәртелә.
Башинформ.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"