Ведомство башлығы һүҙҙәренсә, республикала 134 стационар һәм биш мобиль вакцинация пункты эшләй. Дүртәүһе Өфөлә: Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында, «Мега», «Планета» сауҙа үҙәктәрендә, «Башҡортостан» лайфстайл үҙәгендә, берәүһе — Стәрлетамаҡтағы «СитиМолл» сауҙа үҙәгендә.
«Тағы бер нисә мобиль пункт асыу тураһында мәсьәлә өйрәнелә. Әлеге ваҡытта уларҙа ике мең кеше прививка эшләткән», — тине Максим Забелин.
Республиканың COVID-19 менән көрәш буйынса оператив штабы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда 32 252 кешелә яңы коронавирус инфекцияһы диагнозы раҫланған. Һуңғы тәүлектә 108 яңы осраҡ асыҡланған. 242 пациент дауаханала ята, бишәүһенең хәле ауыр, 4 372 сирле өй шарттарында дауалана.
Республикала яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторған сирлеләр өсөн койкалар һаны кәмей. Бөгөнгә 1 968 койка бар, 84% тулған.