Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Сәләмәтлек
30 Март 2021, 08:45

БЫҒА ҺӘР КЕМ ЕТДИ ҠАРАҺЫН ИНЕ...

Тажлы вирусҡа ҡаршы вакцинациялау хаҡындаБашта сир юҡ тип әйтеүселәр ҙә булды, әммә ваҡыт үтә-үтә был тажлы вирустың ысынлап та кешелек өсөн ҙур хәүеф икәнлегенә шикләнеүселәр ҡалманы. Инде вакцинация башланды һәм шикләнеүселәр тағы табылды: йәнәһе, укол менән махсус чип ҡаҙайҙар, кешеләр укол һалдырғас та сирләй башлай һәм башҡалар. Ғәмәлдә нисек һуң? Прививка хәүефлеме? Беҙҙең ҡалала укол һалдырыусылар күпме? Ошо һорауҙарға яуап эҙләп Стәрлетамаҡ медицина округы буйынса БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгесе, ҡала балалар дауаханаһының баш табибы Борис Шәрипов менән COVID-19-ға ҡаршы вакцина яһатыу буйынса көнүҙәк мәсьәләләр тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Борис Мөхтәрович, тажлы вирус тураһында күпме ишетеп-уҡып белһәк тә, бөгөн Башҡортостан, шул иҫәптән, Стәрлетамаҡ халҡы ла прививка яһатырға әҙерме?
– Башҡортостанға вакциналар килә башлау менән “Спутник V” вакцинаһының барлығы 14 меңгә яҡын дозаһы килде. Шул иҫәптән, иң тәүге 7500 кешегә үткән йыл аҙағында уҡ прививка яһалған да инде. Беренсе сиратта улар – табиптар, уҡытыусылар, волонтерҙар, полиция хеҙмәткәрҙәре, социаль хеҙмәткәрҙәр. Ғөмүмән, Башҡортостанға барлығы 122, 6 мең доза ковидҡа ҡаршы вакцинация килде. Халыҡтың 60 процентына вакцина яһау күҙаллана.
Владимир Путин ҡушыуы буйынса күмәк вакцинация 18 ғинуарҙан башланғайны. Әле прививка яһатам тип йүгерергә лә, бер ниндәй сиратҡа яҙылырға ла кәрәкмәй! Башҡортостанда ике миллион кешегә прививка яһау күҙҙә тотола. Шул сағында ғына эпидемияны туҡтатырлыҡ коллектив иммунитет барлыҡҡа киләсәк. Вакцина өс аҙна арауыҡ менән индерелеүсе ике инъекциянан тора. Уның һөҙөмтәлелеге – 95 проценттан ашыу. Шуныһы ла мәғлүм булһын: тажлы вирустан прививка бушлай яһала!
– Һеҙ үҙегеҙ яһаттығыҙмы һуң?
– Әлбиттә, табип булараҡ иң беренселәрҙән булып.
– Вакцинацияға нисек әҙерләнергә кәрәк?
– Прививка яһатыр алдынан һеҙҙе мотлаҡ табип ҡараясаҡ – температураны үлсәй, дарыуға аллергия барлығын-юҡлығын асыҡлай. Айырым әҙерлек тә, коронавирустан тест биреү ҙә кәрәкмәй. Иң мөһиме – тажлы вируслы ауырыу менән аралашмауығыҙ. Йыл дауамында инфаркт йәки инсульт кисермәүегеҙ, системалы хроник сирҙәрегеҙ, туберкулез, шештәр, В һәм С гепатиты, сифилис, ВИЧ булмауы. Ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөккә тест үтергә кәрәк. Вакцина индерер алдынан һәм унан һуң бер нисә көн алкоголь эсергә ярамай.
- Коронавирус сирен үткәргән кешегә прививка яһатыу кәрәкме?
- Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы биргән методик күрһәтмәләрҙә былтыр октябрҙә килгән тәҡдимдәрҙең вакцинаны COVID-19 менән сирләмәгән һәм антиесемдәре булмаған кешеләргә эшләргә кәрәк, тип яҙылған. Ләкин, бер-нисә ай өйрәнгәндән һәм тәжрибәнән һуң, Мәскәү табиптары “Спутник V”те сирҙе үткәргән хәүеф төркөмөндәге кешеләргә ҡулланырға рөхсәт бирҙе. Әгәр һеҙ ауырығандан һуң прививкаға килгәнһегеҙ икән, мотлаҡ был турала табипҡа әйтегеҙ. Ул өҫтәмә анализдар бирергәме-юҡмы икәнен хәл итер.
- Күптән түгел һалҡын тейҙереп бер аҙ сирләп алған кешеләр прививка яһата аламы?
-Киҫкен йоғошло һәм йоғошло булмаған сирҙәр, хроник ауырыуҙарҙың киҫенләшеүе прививка яһатыуҙы ваҡытлыса кисектереү өсөн нигеҙ булып тора. Шуға күрә ике-өс аҙна көтөргә кәрәк. Киҫкен респиратор сирҙәрҙе, эсәк ауырыуҙарын һәм башҡа сирҙәрҙе ауыр үткәрмәһәгеҙ, вакцинаны температура нормалләшкәс тә эшләргә мөмкин.
- Прививканан һуң ниндәй өҙлөгөүҙәр булыуы ихтимал?
- Вакцина индергәндән һуң һеҙҙең ярты сәғәт поликлиникала ултырып тороуығыҙҙы һораясаҡтар – табиптар өсөн организмығыҙҙың препаратты һәйбәт ҡабул итеүен белеү мөһим. Йыш ҡына грипп менән сирләгәндәге кеүек билдәләр булыуы ихтимал, өшөп ҡалтырау, температура күтәрелеү, быуындар, мускулдар һыҙлауы, хәлһеҙлек. Ҡайһы берҙә инъекция урыны ҡыҙарып, шешеберәк тора. Ғәҙәттә, быларҙың бөтәһе лә ике-өс көндә үтә. Прививка яһатыусыларҙың бик һирәгендә күңел болғаныу, ашҡаҙан ауыртыуы, аппетит кәмеү, лимфа төйөрҙәре ҙурайыу күҙәтелә. Өҙлөгөүҙәр хәүефен кәметеү өсөн, вакцинациянан һуң бер нисә көн физик көсөргәнеш төшөрмәҫкә, мунса һәм саунаға бармаҫҡа, спиртлы эсемлек эсмәҫкә, инъекция урынын еүешләмәҫкә кәрәк буласаҡ. Стәрлетамаҡта коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатҡандан һуң вафат булыу осраҡтары теркәлмәне.
-Ни өсөн прививканан һуң хәмер эсергә ярамай тиҙәр?
– Алкоголь – прививка һөҙөмтәһен кәметеүсе өҫтәмә көсөргәнеш булып тора. Мотлаҡ 42 көн дауамында “ҡоро закон” тотоу хаҡында һүҙ бармай. Беҙ вакцинацияның һәр этабынан һуң кәмендә өс көн спиртлы эсемлектән баш тартырға кәңәш итәбеҙ. Ғәмәлдә иһә, был – бөтә прививкалар ваҡытында бирелә торған кәңәш.
- Стәрлетамаҡта ҡасан прививка яһата башланылар?
– Үткән йылдың ноябрь, декабрь айҙарынан уҡ беренсе зонала эшләгәндәр өсөн, ә ҡалғандарға ғинуар айынан яһай башланыҡ. Стәрлетамаҡта йәшәүсе халыҡтын 60 процентына яһау планлаштырыла, вакцина 18 көн генә һаҡлана, партия менән генә ҡайтарыла, бер партия бөткәс кенә заказ бирәләр. Һуңғы тапҡыр Сода паркында яһанылар. Шулай уҡ эштә яһатырға була, поликлиникаларға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
– Ә йәштәре буйынса кемдәр күберәк яһата?
– Башта йәштәр әүҙем тотонһа, һуңғы ваҡыт 65 йәштән өлкәндәр йышыраҡ килә башланы.
- Икеләнгән кешеләргә ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
– Беҙ апрелдә тажлы вирустың өсөнсө тулҡынын көтәбеҙ. Шуға күрә һәр кеше был мәсьәләгә етди ҡараһын ине. Әллә ниндәй сәбәптәр уйлап сығарырға була, әммә әлегә кемдәр аранан китә – улар нәҡ вакцина эшләтмәгәндәр шул…
Әңгәмәне Римма ҒӘЛИМОВА ҡорҙо. Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.
Читайте нас