Сәләмәтлек автопоездары бөгөн Башҡортостанда алты маршрут буйынса юлға сыҡты. Тәүге көндәрҙә улар Салауат, Белорет, Архангел, Бөрө, Бүздәк һәм Архангел райондары ауылдарында йәшәүселәрҙе ҡабул итә. Графикка ярашлы, тәжрибәле белгестәр артабан республиканың башҡа төбәктәренә лә барып етәсәк.