Медицина үҙәге федераль әһәмиәткә эйә айырыуса һаҡланған мәҙәни мираҫ объектында урынлашҡан. Тарихи бинала батша осоронда земство идаралығы булған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарынан бирле унда Өфө кабель заводы эшләне. Бина Санкт-Петербургтың Ҡышҡы һарай бинаһын төҙөкләндергән белгестәр ярҙамында реставрацияланған. Ошо маҡсатта 500 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Бер миллиард һумға яҡын инвестиция йәлеп ителгән проект Инвестиция сәғәттәренең тәүге ултырыштарында ҡаралғайны, тине клиниканы асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.