– Психик сирҙәр, ысынлап та, көҙгө һәм яҙғы осорҙа көсәйәме, шул хаҡта һөйләп үтһәгеҙ ине?!
– Был ысынлап та шулай. Психик сирҙәр көсәйеүгә, киҫкенләшеүгә айырым миҙгелдәр тәьҫир итә, быны әһәмиәт бирмәҫлек кимәлдә сәләмәт кешеләрҙә лә күҙәтергә була, психик сир менән ауырыған кешеләрҙә иһә ул нығыраҡ беленә. Был ваҡытта психиатрия диспансерҙарына теге йәки был психопродуктив психоматикаһы киҫкенләшкән пациенттар мөрәжәғәт итә башлай. Йыш ҡына ашығыс медицина ярҙамы буйынса стационарҙың психиатрия бүлегенә ҡатмарлы хәлдә лә киләләр. Һүҙ, әлбиттә, март айы тураһында ғына бармай, тәбиғәттең уяныуы, сәскә атыу йәки кире йоҡоға талыр алдынан йылытыуы... Был ваҡыт арауығы ауыр осор.
– Ҡайһы сирҙәргә киҫкенләшеү хас?
– Ҡағиҙә булараҡ, был биполяр-эффектив тынысһыҙланыу, шомланыу, төрлө формалағы шизофрения. Тик, үкенескә ҡаршы, киҫкенләшеү, күңел төшөнкөлөгө, депрессияға бирелеү һәм башҡа шундай хәл торош психик сирҙәрҙең күбеһенә хас. Шулай уҡ суицидаль тойғоло пациенттарҙың ҙа артыуы күҙәтелә.
– Кемдәрҙә киҫкенләшеү йышыраҡ осрай? Эшмәкәрлек өлкәһенә, енесенә, йәшенә ҡарап айырып буламы кешеләр ҡатламын?
– Енес билдәләре буйынса айырыу ҡыйын. Ирҙәрҙә лә, ҡатындарҙа ла бер сама тиерлек. Ә йәшкә килгәндә инде, сир барлыҡҡа килеү йәшенә еткән йәштәгеләр, йәғни егетлек ваҡыты 28 йәштә лә, 40 йәштә лә булыуы ихтимал. Шизофренияның тәүләп барлыҡҡа килеүенә хас ваҡыттар. Быға тиклем тәртиптә, уҡыуҙа, кешеләр менән аралашыуҙа сәйерлек тойолһа, хәҙер инде галлюцинаторлы борсолоуҙар, һаташыулы идеялар, мөнәсәбәттәр, тәьҫир һәм башҡалар менән тулған, күҙгә күренеп торған психопродуктив симптоматика күҙәтелә башлай.
– Ни өсөн кешеләрҙә йылдың фәҡәт был миҙгелендә киҫкенләшеү барлыҡҡа килә һуң? Был нимәгә бәйле?
– Яҡты көн йә оҙоная, йә ҡыҫҡара, метеошарттар ҙа үҙгәрә. Һауа торошона бәйле (ҡыштан йәйгә күсеү һәм киреһенсә) миҙгелдәр бар. Көҙгө ваҡытҡа депрессив сирҙәрҙең күберәк аҙыуы хас. Ә бына Александр Сергеевич Пушкиндың көҙөн кәйефе күтәрелгән, ә яҙын, киреһенсә, төшкән булған.
– Бындай киҫкенләшеүҙәр кешеләрҙә нисек сағыла? Нисек сирле кешенең ауырыуы көсәйеүен туғандарына, таныштарына, яҡындарына ваҡытында күрә белергә һуң? Борсола башлау өсөн уның тәртибендә нимәне шәйләргә тейешбеҙ?
– Күптәрҙең йоҡоһо боҙола. Ундай кешеләрҙе ағымдағы ваҡиғалар ҡыҙыҡһындырмай башлай. Күптәр эшкә йөрөүҙән туҡтай. Тышҡы ҡиәфәттәренә лә бөтөнләй иғтибар итмәй башлайҙар. Бер һүҙ менән әйткәндә, әрпешкә әүереләләр. Ҡурҡыуҙары йөҙҙәренә сығыуы ла ихтимал. Бындай кешеләргә үҙ-үҙҙәренэ йомолоп, бүлмәлә бикләнеп ултырыу ғәҙәти хәл булып китә. Һәр психик сиргә төрлө симптоматика хас. Кешенең тәртибе үҙгәрә икән, уны кәм тигәндә психотерапевҡа мөрәжәғәт итергә күндерергә кәрәк. Сөнки күптәр башта психиатрҙарҙан ҡурҡа. Артабан психотерапевт психиатрға йәки көндөҙгө стационарға күренергә тәҡдим итә, йә булмаһа тәүлек әйләнәһенә эшләүсе стационарға һала. Сирле кеше өйҙән ҡаса йәки һөжүм итә башлаһа, шулай уҡ уның галлюцинаторлы симптоматикаһы көсәйһә, уға кемдер йоғонто яһай тип һөйләнә башлаһа, өҫтәүенә янында булмағандар менән һөйләшә башлаһа, “ашығыс ярҙам” саҡырырға кәрәк. Әгәр ҙә уның тәртибе, үҙ-үҙен тотошо мәленә тура килмәһә, уның психоактив матдәләр ҡулланыу-ҡулланмауын һәм психикаһының нилектән үҙгәреүен асыҡларға кәрәк. Тимәк, уның психик сире бар, ошо арҡала психиатрға мөрәжәғәт итергә сәбәп бар булып сыға.
– Киҫкенләшеүҙең профилактикаһы буламы?
– Төп профилактика – дарыу препараттары ҡабул итеү һәм табипҡа күренеп тороу. Ваҡыты алдан билдәләнелә. Препараттар таблетка формаһында ғына түгел, пролонг (укол) формаҺында булыуы ла мөмкин. Ул мускулдарға айына бер тапҡыр яһала. Йәғни был осраҡта табипҡа даими күренмәһәң дә була. Дарыуҙы даими эсеп, ҡайһы берәүҙәр уйлағанса, “бауырҙы әрәм итергә” лә кәрәкмәй. Ләкин табипҡа күренеүҙе бөтөнләй онотоп китергә лә ярамай. Бер яһалған препарат теүәл бер айға ҡаты психопродуктив симптоматиканы кәметергә булышлыҡ итә. Әлбиттә, препаратты дөрөҫ һайлағанда… Төп проблема шунда: сирлеләр белгестәргә мөрәжәғәт итмәй башлай. Ә иң мөһиме: төрлө сәбәптәр уйлап табып, препаратты ҡабул итеүҙән баш тарталар. Мәҫәлән, улар ялҡҡан йәки шундай симптоматика менән яфаланыусы «табиптар артыҡ дауалап харап итеп ҡуймаһын», тип ҡурҡа. Йә булмаһа интернетта: “Был һеҙҙе үлтерәсәк”, тип яҙылған, имеш... Ошо арҡала сирлеләр препаратты ҡабул итеүҙән туҡтай һәм уларҙың сирҙәре көсәйә. Сир үҙенән үҙе бер ҡайҙа ла китмәй, сөнки хроник ауырыу бит ул. Уны бары тик препараттар ярҙамында ғына дауалап була. Сөнки фәҡәт препараттар психопродуктив симптоматиканы “һүндерергә” булышлыҡ итә, йәғни хәтерҙе һәм йоҡоно яҡшырта. Бында социаль адаптация, йәғни коморбид һәм эндоген пациенттар менән шөғөлләнеүсе клиника психологтары һәм психотерапевтары менән башҡарған эш бик мөһим.
Дөрөҫ, профилактика булғанда, шулай уҡ пациенттың үҙенең дә, туғандарының да тәртибе дөрөҫ булғанда, киҫкенләшеүҙе урап үтергә лә мөмкин. Сир киҫкенләшеү, көсәйеү бер көндә генә барлыҡҡа килмәй бит. Бөгөн фәләнсә апрель хәл ныҡ киҫкенләште тип әйтеп булмай. Ысынбарлыҡта иһә, яҙ – шундай төрлө мәғәнәле аңлатма. Йәғни кемдеңдер алданыраҡ башлана, мәҫәлән, февралдә үк, яҙ етмәҫ борон уҡ. Ә кемдеңдер апрель- майға яҡыныраҡ әүҙемләшә.
– Ә ауырыусының туғандарына препаратты ҡабул итеүҙе контролдә тотоуҙан тыш ни эшләргә һуң?
– Мотлаҡ социаль адаптация кәрәк. Сөнки психиатрҙың эше һәр ваҡыт психолог һәм психотерапевт менән бергә алып барыла. Әгәр психолог менән икән, фәҡәт психиатрияны белгән клиника психологы булырға тейеш. Шунда ғына максималь һөҙөмтә буласаҡ. Препарат тәғәйенләнеләр ҙә “пациентты оноттолар” булырға тейеш түгел. Уның менән параллель рәүештә психотерапевтик эш алып барыла. Сирленең туғандарына ла дауалаусы табип менән даими бәйләнештә булыу зарур. Сөнки пациенттың хәле үҙгәрергә мөмкин. Бер үк төрлө препарат кемгәлер килешергә мөмкин, ә кемгәлер бөтөнләй зыянлы булыуы ихтимал. Был бик нескә һайланма. Грек теленән тәржемә иткәндә, псих – ул күңел тигәнде аңлата. Уны бер бармаҡ менән йәки бер укол менән генә дауалап булмай.
Римма ҒӘЛИМОВА әңгәмәләште.