Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Сәләмәтлек
17 Май 2021, 11:00

Республикала йәшәүселәр «КовиВак» препараты менән прививка яһата ала

Тиҙҙән Башҡортостанда йәшәүселәр М. П. Чумаков исемендәге Иммунобиологик препараттар әҙерләү һәм тикшереүҙәр ғилми үҙәге етештергән «КовиВак» препараты менән прививка эшләтергә мөмкин. Был хаҡта хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.

Уның һүҙҙәренсә, 3-5 көн эсендә Башҡртостанға яҡынса 16 мең доза вакцина, шул иҫәптән Чумаков исемендәге үҙәктең «КовиВак» вакцинаһы килтерелергә тейеш.
«Шулай итеп, беҙ халыҡҡа Рәсәйҙә етештерелгән өс вакцина менән привиивка яһай алабыҙ», — тип билдәләне Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы.
17 майға мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанға 367 834 доза «ГамКовидВак» һәм «ЭпиВакКорона» вакцинаһы килтерелгән. Бөтәһе 224 860 кеше прививка яһатҡан, йәғни алынған вакцинаның 62%, ә 310 496 кеше вакцинаның беренсе компонентын алған.
Әлеге ваҡытта республикала 34 629 кеше яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторған, уларҙың 107-һе – һуңғы тәүлектә.
Башинформ.
Читайте нас