Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Сәләмәтлек
20 Май 2021, 13:35

Республикаға 2 340 доза «КовиВак» вакцинаһы килтерелде

Бөгөн, 20 майҙа, Башҡортостанға Чумаков исемендәге үҙәктең 2 340 доза«КовиВак» вакцинаһы килтерелде. Был инде Рәсәйҙә яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы теркәлгән өсөнсө вакцина.

«КовиВак» препараты М. П. Чумаков исемендәге Иммунобиологик препараттар әҙерләү һәм тикшереүҙәр федераль ғилми үҙәгендә етештерелгән. Башҡаларҙан – «Гам-КОВИД-Вак» һәм «ЭпиВакКорона»нан айырмалы рәүештә, унда вирус бар. Вирус әүҙем түгел, йәғни зарарһыҙландырылған һәм кеше өсөн хәүефһеҙ.
«КовиВак» +2-нән +8 градусҡа тиклем температурала һаҡлана. Вакцинаны туңдырыу тыйылған. Тәүҙә – беренсе компоненты, 14 көндән һуң икенсеһе индерелә.
Вакцина рәсми рәүештә 2021 йылдың 20 февралендә теркәлгән. Бөгөнгә 70 000 доза вакцина етештерелгән.
Әлеге ваҡытта вакцинаны 18 йәштән 60 йәшкә тиклемгеләр генә ҡулланырға мөмкин. Йөклө саҡта һәм баланы имеҙгәндә прививка яһатырға ярамай. Тиҙҙән Чумаков исемендәге үҙәк «КовиВак»ты клиник һынауҙың өсөнсө фазаһын үткәрергә йыйына, унда теләк буйынса 60 йәштән ололар ҡатнаша, тип хәбәр итә Башинформ агентлығы.
Читайте нас