Өфөлә был осорҙа геморрагик биҙгәктең туғыҙ осрағы теркәлгән.
Бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк (халыҡта уны “сысҡан биҙгәге” тиҙәр) – бик ауыр үтеүсе, ғүмер өсөн ҡурҡыныс йоғошло ауырыу. Ул бөйөрҙө, үпкәне, башҡа ағзаларҙы зарарлай. Сирҙе сысҡандар тарата.
Бөгөнгө көндә был ауырыуға ҡаршы вакцина юҡ. Шуға күрә унан һаҡланыуҙың төп юлы – санитар-техник саралар һәм сысҡандарҙы юҡ итеү сараларын үткәреү, гигиенаны күҙәтеү.Өфөлә булған сысҡан Стәрлетамаҡта булмаҫ, тип кем әйтә ала. Баҡса бар ерҙә сысҡаны ла була инде ул.
Фото "Башинформ"дан алынды.