“Ашығыс ярҙам” хеҙмәтендә фельдшер булып эшләүсе Рәмил Хәйретдинов балаларҙы тиҙ ярҙамдың йыш ҡулланыла торған кәрәк-яраҡтары – тонометр, пульсометр, кислород ингаляторы, дефибриллятор, каталка менән таныштырҙы. Рәмил Роберт улы шулай уҡ иҫен юғалтҡан кешегә нисек итеп беренсе ярҙам күрһәтеү, аяҡ һынғанда нисек шин һалырға кәрәклекте күрһәтте. Бынан тыш танау ҡанағанда уны нисек итеп дөрөҫ туҡтатыу алымын да, бөжәктәр тешләгәндә беренсе ярҙам күрһәтеү тәжрибәһен дә манекенда күҙ алдына баҫтырҙы.
Кеше ғүмеренән дә ҡиммәт нәмә юҡ. Бына ни өсөн бәхетһеҙлеккә юлыҡҡанда кеше ғүмерен ҡотҡарып ҡалыр өсөн беренсе минуттар мөһим. Балалар бик ҡыҙыҡһынып тыңланылар, хатта үҙҙәре “зыян күреүсе” булып та ҡаранылар. Бындай тәжрибә һәр кемгә бәхетһеҙлек осрағына юлыҡҡанда профессионалдар, йәғни табиптар килеп еткәнсе беренсе ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирә.