Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Сәләмәтлек
20 Июнь 2021, 03:30

ИТӘҒӘТЛЕЛЕГЕ МЕНӘН АРБАЙ КЕШЕЛӘРҘЕ

Дауаханала кешенең һауығып аяҡҡа баҫыуы күп факторҙарға бәйле. Шул иҫәптән шәфҡәт туташтарының нисек укол һалыуҙарына, ҡарауҙарына ла барып тоташа пациенттың хәле ыңғай йәки кире яҡҡа үҙгәреүе. 1-се ҡала дауаханаһының онкология бүлегендә кешеләрҙе дауалауға ҡырҡ йылдан ашыу ғүмерен бағышлаған медицина хеҙмәткәре Мәхмүзә Рәис ҡыҙы МЫРҘАҒОЛОВАның эшенән дә пациенттар һәр саҡ ҡәнәғәт.

Мин уны беренсе тапҡыр “Ашҡаҙар нағыштары” халыҡ фольклор ансамбленең концертында оҫта йырсы булараҡ тап иткәйнем. Төрлө яҡлы талант эйәһе, баҡтиһәң, яҡшы шәфҡәт туташы ла булып сыҡты. Иплелеге, итәғәтлеге менән иғтибарымды йәлеп итте танышым.
Ишембай районы Ҡолғона ауылында Маһира һәм Рәис Хөснөтдиновтарҙың ишле ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә ул. Башта Ҡолғона ауылында уҡыһа ла, артабан уға Ишембай ҡалаһының 1-се һанлы интернатында уҡырға тура килә. Сөнки янғын сығып, ишле ғаилә йорт-ҡураһыҙ тороп ҡала. Тырыш ҡыҙ 1975-1978 йылдарҙа Салауат ҡалаһында медицина училищеһында фельдшер һөнәрен үҙләштереп, уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай һәм Ҡалыу-Айры ауылында фельдшер-акушер пунктында эш башлай. Ныҡыш ҡыҙ ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙен белемле итеп таныта, медпунктта ремонт яһатып, эште яйға һала. Ошо ауылда эшләп йөрөгәндә Мәхмүзә Рәис ҡыҙы үҙенең буласаҡ тормош иптәшен осрата һәм Мырҙағолов Басир Барый улы менән Стәрлетамаҡта ғаилә ҡороп йәшәй башлайҙар.
Мәхмүзә ханым Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се дауаханаһындағы онкология бүлегендә 1978 йылдан бирле эшләй. Тәүге йылдарҙа Мәхмүзә Мырҙағолова шәфҡәт туташы булып поста һәм процедура бүлмәһендә эшләй. Ул һәр ваҡыт эшенә намыҫ менән ҡарай, бергә эшләгән иптәштәрен айырыуса хөрмәт итә. Шуға күрә лә уны 1992 йылда онкология бүлегенә өлкән шәфҡәт туташы итеп тәғәйенләйҙәр, бөгөн дә ул ошо вазифаны башҡара. Әйтергә кәрәк, бында эшләгән йылдарҙа Мәхмүзә Мырҙағолова дауаханала ойошторолған барлыҡ конкурстарҙа, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашып, еңеүҙәр яулай. Ул үҙе лә, уның менән бергә эшләгән иптәштәре лә юғары категориялы, квалификациялы белгестәр. Шуға ла ул коллективы менән сикһеҙ ғорурлана. Хеҙмәте уның бихисап Рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланған. Ә 2005 йылда фиҙакәр хеҙмәте өсөн уға “Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелгән.
Бөтә ғүмерен Эске эштәр идаралығында хеҙмәт итеүгә арнаған тормош иптәше Басир Барый улы Мырҙағолов менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, юғары белем биреп, өләсәй, олатай булырға ла өлгөргән улар. Юрист һәм иҡтисадсы һөнәрен һайлаған ҡыҙҙары икеһе лә матур урындарҙа эшләп йөрөйҙәр. Үкенескә ҡаршы, полиция подполковнигы дәрәжәһендәге тормош иптәше бынан бер нисә йыл элек яҡты донъяларҙан китеп барған. Ләкин тормош дауам итә. “Зарланып, уфтанып йәшәргә яратмайым. Тормош йәмле, тормошто яратып, һәр көнөмдөң ҡәҙерен белеп йәшәйем”, – ти ул йылмайып. Йәшәү ҡәҙерен белгән кеше генә көнө буйы эшләп ҡайтҡандан һуң Ҡала мәҙәниәт һарайына йырларға йүгерә алалыр, тимен. Тормошоң да, ҡалған ғүмерең дә йырҙан айырылмаһын, Мәхмүзә! Йырлы булмышың менән кешеләргә яҡты нур өләшеүеңде, йәшәүгә өмөт уятыуыңды дауам ит!
Римма ҒӘЛИМОВА.
Автор:Римма Галимова
Читайте нас