Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Сәләмәтлек
22 Июнь 2021, 14:00

Коронавирусҡа ҡаршы вакцина тураһында кеше ышанмаҫлыҡ биш уйҙырма

Социаль селтәрҙәрҙә һәм «ватсап»та вакцинацияға ҡағылышлы тиҫтәләрсә уйҙырма йөрөй. Өфө инфекция госпиталенең баш табибы урынбаҫары Айгөл Ғәлиева менән берлектә иң ныҡ таралған имеш-мимештәрҙең дөрөҫлөгөн тикшерҙек.

Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта, 2020 йылдың яҙындағы ише, коронавирус менән сирләүселәрҙең һаны ҡапыл арта башланы. Табиптар саң ҡаға: ауыр осраҡтар артҡандан-арта, ауырыуҙарҙың уртаса йәше кәмей бара. Башҡортостанға сирҙең сираттағы тулҡыны килеп етмәгән әле, әммә меңдәрсә кешене зарарланыуҙан һаҡлау өсөн республика етәкселеге яңы сикләү саралары тураһында белдерҙе. Ошо аҙнанан ресторан, ҡунаҡхана, спорт учреждениелары, кинотеатрҙар, театрҙар, китапханаларға һәм күмәк халыҡ ҡатнашҡан мәҙәни сараларға инеү прививка тураһында сертификат, ПЦР-ға тест йәки медицина белешмәһе буйынса ғына рөхсәт ителде. Транспорт сараларында битлек режимын һаҡлау буйынса рейдтар башланды.
Ҡотолоуҙың берҙән-бер юлы – вакцина яһатыу. Америкала һәм Европа илдәрендә халыҡтың күп өлөшө прививка яһатты. Бер түгел, өс сифатлы вакцина уйлап сығарған Рәсәйҙә кешеләр был ғәмәлде үтәргә ашыҡмай. Ә бит беҙҙең вакциналар бөтә күрһәткестәр буйынса ла сит илдекеләрҙән яҡшыраҡ һанала. Уларҙы яһатып, үлгән кеше юҡ.
Күптәргә прививкаға ҡаршы ойошторолған компания йоғонто яһаны. Ә бит унда әүҙем ҡатнашҡан, имеш-мимеш таратҡан кешеләрҙең медицинаға ла, вирусологияға ла, ғөмүмән, фәнгә бер ниндәй ҡағылышы юҡ. Улар матур хәбәр генә һөйләй белә. Әгәр тикшереп ҡараһаң, был фекерҙәрҙең бер нигеҙе лә юҡ.

«Мин сирләнем һәм йүнәлдем, шуға күрә прививка кәрәкмәй»

COVID-19 менән сирләгән булһағыҙ ҙа, прививка эшләтергә кәрәк.
Эйе, ауырыуҙы үткәргән кешеләрҙә вирусҡа ҡаршы тәбиғи иммунитет барлыҡҡа килә, әммә әлегә уның күпме ваҡытҡа етеүе һәм ниндәй кимәлдә һаҡлауы аныҡ билдәле түгел. Вирусты икенсе тапҡыр йоҡтороп, тәүгеһенә ҡарағанда ла нығыраҡ ауырыған кешеләр бар.
Вакцинаның һаҡлау көсө күпкә ышаныслыраҡ. Антиесемдәрҙең булыуы прививка яһатыуға кәртә булып һаналмай. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ваҡытығыҙҙы һәм аҡсағыҙҙы әрәм итмәйенсә, өс вакцинаның береһен яһатырға кәңәш итә.

«COVID-19-ға ҡаршы вакцина минең ДНК-ға үтеп инеп, уның кодын үҙгәртәсәк»

Бер вакцина ла ДНК-ға тәьҫир итмәй һәм уның менән бәйләнешкә инмәй. Вакцина организмдың иммунитет өсөн яуаплы күҙәнәктәрен коронавирустың генетик материалы өлөшсәләре менән таныштыра. Күҙәнәктәр уларҙы иҫләп ҡала һәм вирустан һаҡлаясаҡ антиесемдәр эшләп сығара башлай. ДНК-ның бында бер ҡыҫылышы ла юҡ.
«Прививка яһатһам, һау-сәләмәт бала таба алмаясаҡмын!»

Вакцинация менән ауырға ҡалыу, бала табыу араһында бер ниндәй ҙә бәйләнеш юҡ. Ғалимдар махсус рәүештә тикшереп, шундай һығымта яһаны: «Спутник V» яһалған бөтә сысҡандар ҙа сәләмәт тоҡом тыуҙырған. Әгәр һеҙ прививка яһатҡандан һуң ауырға ҡалһағыҙ, хәүефләнергә урын юҡ – барыһы ла яҡшы буласаҡ.
«Танышымдың танышы прививка яһатҡандан һуң сирләгән. Һеҙҙең вакцинағыҙ – буш нәмә»

Вакцинаның төп тәғәйенләнеше – ковидты ауыр үткәреүҙән һәм уның үлемесле эҙемтәләренән һаҡлау. Беҙ быға тиклем дә яҙҙыҡ, тағы ла берҙе иҫкәртәбеҙ: прививка яһатҡандан һуң да сирҙе йоҡторорға мөмкин – был күптән билдәле факт. Иммунитет кәм тигәндә ике аҙна дауамында барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, ошо ваҡыт эсендә һеҙ сирле кеше менән аралашыуығыҙ, вирус йоҡтороуығыҙ ихтимал. Әммә шуны белеү мөһим: прививкалы кешеләр инфекцияны еңел үткәрә, насар эҙемтәләргә дусар булмай. Бығаса улар араһынан бер кем дә үлгәне юҡ!

«Вакцинациянан һуң барыһына ла насар»

Был да дөрөҫ түгел. Кемдер ике уколды ла ауыр кисерә һәм бер нисә көн дауамында ауырый, кемдеңдер тәүге вакцинаны яһатҡандан һуң тәне һыҙлай, бәғзеләр икенсе компоненттан һуң үҙен насарыраҡ тоя. Ә күпселек вакцинаны бер ниндәй эҙемтәһеҙ үткәрә.
Әгәр прививка яһатҡандан һуң тән температураһы ныҡ күтәрелһә, дарыу эсегеҙ. Температура өс көн дауамында төшмәһә, аллергия реакцияһы башланһа – табип саҡыртығыҙ.
КӨНҮҘӘК ҺОРАУ
Миңә ниндәй вакцинаны яһатыу яҡшыраҡ буласаҡ?
Рәсәйҙә етештерелгән бөтә вакциналар ҙа һөҙөмтәле һәм хәүефһеҙ. Улар 18 йәштән өлкән кешеләргә тәғәйенләнгән, 60 йәштән ололарға ла рөхсәт ителә. Бөтә вакциналарҙың да иҫкәрмәһе була. Мәҫәлән, кеше уларҙың составындағы ниндәйҙер компонентҡа ҡарата айырыуса һиҙгер булыуы, инфекция һәм хроник сирҙәр күҙәтелгәндә аллергия реакцияһы биреүе ихтимал. Шуға күрә вакцина һайлағанда интернет аша кәңәш биргән «белгестәргә» ышанмағыҙ, мотлаҡ табип менән кәңәшләшегеҙ! Уларҙың айырмалыҡтары тураһында – инфографикала.

COVID-19-ға ҡаршы вакцина яһатыу өсөн мөрәжәғәт итергә:
«Дәүләт хеҙмәттәре» порталы
«Табипҡа» мобиль ҡушымтаһы йәки doctor.bashkortostan.ru республика сайты аша;
Колл-үҙәктең берҙәм телефоны: 122
Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге: 8 (347) 218-19-19.
Коммунистик урамы, 91-се йортта урынлашҡан поликлиниканың вакцина эшләй торған махсус корпусы сәғәт иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй.

Ленин проспекты, 30 г адресы буйынса урынлашҡан поликлиниканың 217-се бүлмәһендә шулай ук сәғәт иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем ҡабул итәләр.

2-се дауаханала (Патриотик урамы, 59), 111-се бүлмәнең да эш тәртибе сәғәт киске 8-гә тиклем.

Бынан тыш “Сити-молл” сауҙа үҙәгендә урынлашҡан вакцинациялау пункты (Октябрь проспекты, 36) иртәнге 10-дан киске 8-гә тиклем эшләй.

Вакцина эшләтеү өсөн үҙегеҙ менән паспорт, СНИЛС, ОМС полисы алып барырға кәрәк.
Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе sokolov.e@rbsmi.ru адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.
Автор:Гульнара Зайнетдинова
Читайте нас