Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Сәләмәтлек
25 Июнь 2021, 05:05

Эҫенән нисек һаҡланырға?

Май айында йәй уртаһы һымаҡ ҡыҙҙырһа ла, эҫе артта ҡалды тигәнде аңлатмай әле. Алда йәмле йәйҙең тағы ла ике айы бар. Эҫе көндәр дауам итә.

Билдәле булыуынса, аномаль эҫелек төрлө сирҙәрҙең киҫкенләшеүенә килтерә. Мәҫәлән, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән һәм һулыш ағзалары ауырыуҙарынан интегеүселәргә айырыуса һаҡланырға кәрәк.
Өлкән йәштәгеләргә һәм йәш балаларға эҫелә оҙаҡ булыу бик зыянлы. Өлкәндәрҙә һыуһау тойғоһо һәм тир бүленеү реакцияһы әкренәйә. Етмәһә, улар дарыуҙарҙы ла йыш ҡуллана бит әле. Был осраҡта табиптан ул дарыуҙарҙың организмда йылылыҡ алышыныуға һәм һыу балансына нисек тәьҫир итеүен асыҡларға кәрәк.
Эҫенән зыян күрмәҫ өсөн бер нисә кәңәште тотоу зарур: өйҙә һалҡынса һауа булдырығыҙ, көндә ҡояшлы яҡтағы тәҙрәләрҙе ҡаплағыҙ, төнөн тәҙрәләрҙе (балконды) асып ҡуйығыҙ. Эҫелә оҙаҡ булмаҫҡа тырышығыҙ, көндөҙгө 12-нән 16:00 сәғәткә тиклем ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙыра. Был ваҡытта физик эш тә башҡармай тороғоҙ. Күберәк һыу эҫергә кәңәш ителә. Көндәлек эскәнде өс тапҡыр арттырыу зарур. Йышыраҡ душ керергә кәрәк. Эҫелә оҙаҡ ултырыу гипертонияның, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренең киҫкенләшеүенә, тромбоз ҡурҡынысына килтерә. Һалҡын аштарға өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Күберәк балыҡ, йәшелсә менән туҡланыу хәйерлерәк. Һөт ризыҡтарын теләһә ҡайҙа һатып алмағыҙ һәм йылыныуға юл ҡуймағыҙ. Тоҙһоҙ ашамағыҙ. Эҫелә кеше ныҡ тирләй һәм күп кенә натрий юғалта.
Киндерҙән тегелгән кейем файҙалыраҡ, эҫелә тәнде асып йөрөү зыянлы. Бигерәк тә күкрәкте, арҡаны, ҡорһаҡты ҡаплап йөрөргә кәрәк, кейемегеҙ ҡыҫырыҡ булмаһын. Башығыҙҙы ҡаплап йөрөүҙән тартынмағыҙ. Эшләпә йәки панама кейегеҙ.
Иң мөһиме шуны онотмағыҙ: эҫелә үҙегеҙҙе насар тойһағыҙ, башығыҙ әйләнһә йәки ауыртһа, хәлегеҙ бөтһә, мөмкин тиклем һалҡын ергә күсеп ултырығыҙ. Тән температураһын үлсәгеҙ ҙә, һыу йәки еләк-емеш һуты эсегеҙ. Хәлегеҙ мөшкөлләнһә, табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Эҫелә урамда йөрөгәнгә ҡарағанда өйҙә ултырыу отошлораҡ.
Р.ҒАЯЗОВА әҙерләне.
Автор:Римма Галимова
Читайте нас