Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының оператив мәғлүмәттәре буйынса, республика йәмғеһе 850 мең доза вакцина менән тәьмин ителгән. Бөгөн йәнә 20 мең доза вакцина килтереү планлаштырыла.
«420 мең кеше вакцинаның беренсе һәм икенсе компонентын да ҡаҙатҡан. Был – алынған вакцинаның 49,5 проценты. Вакцинация темпы буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә – туғыҙынсы, килтерелгән вакцинаны файҙаланыу темпы йәһәтенән 48 урынды биләй», — тине Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Игорь Засядкин хөкүмәттә уҙған кәңәшмәлә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала вакцинация темпы буйынса эште көсәйтергә ҡушты. Һүҙ барлыҡ дәүләт хеҙмәткәрҙәренә һәм ҙур предприятие эшселәренә прививка эшләү тураһында бара.
Республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров һүҙҙәренсә, ҙур предприятиеларҙа вакцинация менән проблемалар булмаясаҡ. Ошо предприятие хеҙмәткәрҙәренә прививка яһауҙы аҙна һуңына тамамлау планлаштырыла, тип хәбәр итә Башинформ.