Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Сәләмәтлек
12 Ноябрь 2021, 14:00

Республикала 19 пациентта гриптың А төрө раҫланған

Мәғлүмәттәрҙе республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы баҫтырып сығарҙы.

Республикала 19 пациентта гриптың А төрө раҫланғанРеспубликала 19 пациентта гриптың А төрө раҫланған
Республикала 19 пациентта гриптың А төрө раҫланған

 Башҡортостанда 19 пациентта гриптың А төрө (субтип H3N2) теркәлгән. Ошо хаҡта республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. Уларҙың икәүһе —  7-14 йәшлек бала, 17-һе —  өлкәндәр.

Һуңғы аҙнала республикала 20 178 кеше ОРВИ йоҡторған, шуларҙың 7 696 — балалар.

1,3 миллиондан ашыу кеше гриптан прививка яһатҡан, был — республиканың дөйөм халҡынан 33,13%. Өлкәндәр — 1 141 270, балалар — 196 388 кеше. Өҫтәмә аҡса иҫәбенә 3 мең кеше прививкаланған.

Башинформ.

Фото яндекс.

Автор:
Читайте нас